Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 18:40

“Әсәй, мин үлмәҫменме?”

Үткән шәмбе Сибай ҡалаһында ете йәшлек бала ҡатнашлығындағы бәхетһеҙ осраҡ теркәлгәйне. Балалар майҙансығында ҡыҙыҡайҙың өҫтөнә ауыр металл хоккей ҡабы төштө.

Үткән шәмбе Сибай ҡалаһында ете йәшлек бала ҡатнашлығындағы бәхетһеҙ осраҡ теркәлгәйне. Балалар майҙансығында ҡыҙыҡайҙың өҫтөнә ауыр металл хоккей ҡабы төштө. Ауыр йәрәхәттәр менән сабыйҙы реанимацияға алып китәләр, ә тәфтишселәр был хәлдең нисек килеп сығыуын асыҡлау менән мәшғүл.
Даринаның әсәһе Елена “КП-Уфа” баҫмаһына был хәлдең нисек килеп сығыуы тураһында һөйләгән.
– Беҙ фатирҙан әйберҙәр алырға тип килгәйнек, балалар майҙансыҡта уйнарға ҡалырға һораны. Мин инеп киттем, киленем балалар менән тышта ҡалды. Бәләкәй баланы каруселгә ултыртҡан саҡта Дарина ҡапҡаға тотона. Уны ныҡ итеп беркетмәгәндәр күрәһең, ул ҡыҙымдың башына төшә. Мин килеп сыҡҡанда ҡыҙымдың ҡашы күҙ ҡабығында эленеп тора ине, әйтерһең скалпель менән ҡырҡҡандар, күҙенә тиклем бер нисә миллиметр ғына ҡалған. Ҡото осҡан ҡыҙым ҡурҡышынан иламай ҙа ине хатта, яйлап ҡына иҫен юя башланы. Иҫен юғалтһа, кире үҙенә килмәҫ тип ҡурҡтым, ә балам шым ғына: "Әсәй, мин үлмәйемме?", - тип һораны, – ти Елена.
Әсә кеше балаһын машинаға ултырта ла, дауаханаға ҡыуалар. Ял көнө булғанлыҡтан дежур травматолог ҡына була, табиптарҙы өйҙәренән саҡырып алалар.
Тәүҙә баланың ҡашын тегәләр, аҙаҡ КТ үткәреп гематома һәм мейеһенә ҡан һауыу юҡлығын асыҡлайҙар. Аҙаҡ уның баш һөйәге һыныуы асыҡлана. Был һүҙҙәрҙе ишеткән Еленаның йәнә ҡото оса.
– Уколдар, капельница, реанимация... Дарина янынан бер минутҡа ла китмәнем. Ныҡ ҡайғырам, артабан ни булыр. Ул бейергә ярата, быйыл беренсе классҡа уҡырға бара, олатаһына ҡунаҡҡа барырға йыйынғайныҡ. Ә хәҙер ни бары иҫән ҡалыу маҡсаты ғына барлыҡҡа килде, – ти Елена. – Ике көн буйы ҡоҫто, күҙ ҡабығынан ҡан ағып торҙо. Күҙе ныҡ шеште. Табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына ҙур рәхмәт, улар үҙ эшен оҫта башҡарҙы, беҙгә бик иғтибарлылар.
Был хәл сағыштырмаса яҡшы тамамланып килә, Дарина һауыға башлаған. Әгәр ул саҡ ҡына бәләкәйерәк булып, һөйәктәре йомшағыраҡ булһа, эштәр күпкә насар тамамланыуы ихтимал ине.
Бындай яуапһыҙлыҡ өсөн кем яуап бирер һуң? Әле тәфтишселәр ғәйеплеләрҙе асыҡлау менән шөғөлләнә
Фото: konstolkh2016.livejournal.com
Альфия Мингалиева
Читайте нас: