Башҡортостандан бер ҡатын социаль селтәрҙәге комментарийҙары өсөн штрафҡа юлыға. Салауат ҡалаһында йәшәүсе ханым башҡа милләт кешеләренә ҡарата кәмһетеүле һүҙҙәр яҙа.
Прокуратураның мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, комментарий былтыр октябрҙә “Бәйләнештә” төркөмөндә яҙылған. Экспертиза материалды экстремистик тип таныған.
Ҡатынға штраф һалынған, бынан һуң ул үҙ сәхифәһен юйған.