Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 17:45

Учалы юлдары төҙөкләндерелә

Һуңғы йылдарҙа "Белорет-Учалы-Мейәс" юлына ҙур иғтибар бирелә. Күптән түгел Белорет юл-ремонт төҙөлөш идаралығы Ҡарт Муйнаҡ ауылынан Комсомольскийға тиклем 10 километр асфальт юлды төҙөкләндерҙе (126-136 км).

Һуңғы йылдарҙа "Белорет-Учалы-Мейәс" юлына ҙур иғтибар бирелә. Күптән түгел Белорет юл-ремонт төҙөлөш идаралығы Ҡарт Муйнаҡ ауылынан Комсомольскийға тиклем 10 километр асфальт юлды төҙөкләндерҙе (126-136 км). Учалы юл-ремонт төҙөлөш идаралығы Иманғол-Баҙарғол юлын ремонтлауҙы дауам итә. 13,6 километр араға асфальт түшәлә. Әлеге көндә ике километрҙы асфальтлағандар. Киләсәктә Иманғол аша "Белорет-Учалы-Мейәс" юлы тулыһынса асфальтланасаҡ.
Ауылдарҙа ла юлдарҙы төҙөкләндереү дауам итә. Мулдаҡай ауылында 3,9 км үҙәк уран ремонтланған. Илсеғол-Мулдаҡай-Орловка ауылдарын тоташтырыусы ташлы юлға асфальт түшәгәндәр. Подрядсы ойошма Силәбе ҡалаһының «РегионТранс» йәмғиәте, ремонтҡа аҡса республика һәм район ҡаҙнаһынан йәлеп ителгән. Ойошма эшен теүәлләп тапшырғандан һуң "Белорет-Учалы-Мейәс" трассаһында Шартым һәм Ҡарт Муйнаҡ араһындағы юлды төҙөкләндереүгә тотонасаҡ.
фото Учалы районы хакимиәте сайтынан
Читайте нас: