Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 18:30

“Ҡәйнә теле” салаты

Кәрәк була: - ҡабаҡ (кабачки) – 2 кг (тышынан һәм орлоҡтарынан таҙартылғандан һуң үлсәнгән ауырлығы); - помидор – 1 кг; - болгар боросо – 3-4 дана; - һарымһаҡ – 2 баш; - әсе борос – 1 дана; - үҫемлек майы – 1 стакан; - тоҙ – 2-3 аш ҡалағы; - шәкәр – 1 стакан; - аш һеркәһе – 100 мл.

Кәрәк була: - ҡабаҡ (кабачки) – 2 кг (тышынан һәм орлоҡтарынан таҙартылғандан һуң үлсәнгән ауырлығы); - помидор – 1 кг; - болгар боросо – 3-4 дана; - һарымһаҡ – 2 баш; - әсе борос – 1 дана; - үҫемлек майы – 1 стакан; - тоҙ – 2-3 аш ҡалағы; - шәкәр – 1 стакан; - аш һеркәһе – 100 мл. Помидорҙы йыуғас, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 5-10 минуттан һыуын түгергә һәм һалҡын һыу менән сайҡатырға кәрәк. Ҡабыҡтары әрселгәс, помидорҙы ит турағыс аша үткәрәбеҙ (блендер менән иҙергә лә мөмкин). Болгар боросо менән әсе боростоң эстәрендәге орлоҡтарын алып ташлап, уларҙы нәҙек кенә итеп һаламлап, һарымһаҡты таҙартып, йоҡа ғына итеп турарға. Ҡабаҡты һаламлап йәки дүрткелләп турарға мөмкин. Помидор массаһын ҙур кәстрүлгә һалып, ҡайнауға еткерергә, унан туралған боростарҙы, һарымһаҡты, ҡабаҡты ҡушып, талғын ғына утта 50 минут быҡтырырға кәрәк. Артабан үҫемлек майы, тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе өҫтәп, йәнә 10-15 минут быҡтырырға кәңәш ителә. Әҙер салатты стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябырға һәм йылы одеялға төрөп, һыуынғанын көтөргә ҡала. 700 грамлыҡ 6 банка салат килеп сыға. Ашығыҙ тәмле, эшегеҙ сәмле, тормошоғоҙ йәмле булһын, дуҫтар!
Читайте нас: