2022 йылда танылған хәрби летчик, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл буласаҡ. Был датаны билдәләү хаҡындағы махсус документҡа республика башлығы ҡул ҡуйған да инде. Хөкүмәткә саралар планын уйлау һәм раҫлау бурысы йөкмәтелгән.