Шулай итеп, бынан ары күп балалы ғаиләләр ер урынына 250 мең һум аҡса алыу хоҡуғына эйә булды. Быға бәйле һорауҙарҙың байтаҡ булыуын иҫәпкә алып, кисә, 4 августа Башҡортостан юлдаш телеканалында ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская һәм уның урынбаҫары Дмитрий Суслин ҡатнашлығындағы брифинг үтте. Иң популяр һорауҙарға яуаптарҙы бирәбеҙ.
Ниндәй закон ер участкаһы урынына 250 мең һум аҡса биреү хоҡуғы бирә?
Башҡортостанда 2020 йылдың 3 мартынан республиканың “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы” 231-з һанлы законға үҙгәрештәр индерелде. Тап шуның буйынса, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер урынына аҡса түләнә. Шуныһы мөһим, участок бушҡа бирелә.
Ер участкаһына кемдең хоҡуғы бар?
Законда ике льготалы категория яҙылған. Улар:
- бәлиғ булмаған инвалид баланы тәрбиәләгән ғаиләләр.
Һеҙ ике балалы яңғыҙ әсәй. Был программала ҡатнаша алаһығыҙмы?
Юҡ. Яңғыҙ әсәләр өсөн башҡа программалар бар.
Балаларҙың ата-әсәһе төрлө ҡалаларҙа теркәлгән. Ни эшләргә?
Балалар ата-әсәһенең береһе менән пропискала торорға тейеш. Тап шул ата-әсәнең торлаҡ майҙаны буйынса мохтажлыҡ критерийы иҫәпләнә.
Программа ҡасан эшләй башлай?
Ваҡыты билдәле лә. Аҡса түләү быйыл көҙ башлана. Сентябрҙә тәүге сертификаттар тапшырыласаҡ. Ике ҡатлы сираттар һәм махинациялар булмаһын өсөн барлыҡ сираттар ҙа мотлаҡ рәүештә муниципалитет сайтында алып барыла.
Ни өсөн ер өсөн аҡсалата компенсация бирелә?
Был әлеге ваҡытта иң талап ителгән альтернатива. Айырыуса ипотекалағы фатирығыҙ булһа йәки торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләһәгеҙ. Әйткәндәй, аҡсаны тик торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн генә алып була. Был исемлеккә инәләр:
- ипотеканы ҡаплау (төп бурыс һәм проценттар);
- торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү;
- ер участкаһы һатып алыу.
Аҡса һайлаһаң сират тиҙерек барырмы?
Эйе, һис шикһеҙ. Белгестәрҙең маҡсаты сиратты тиҙләтеү генә түгел, ә яҡын аралағы бер нисә йыл эсендә был ғаиләләр йәки ер, йәки аҡса алып бөтөүен тәьмин итеү.
Өфөлә сират бик яй бара. Был мәсьәлә нисек хәл ителә?
Был әлеге ваҡыттағы иң төп проблема. Өфөлә йылына 10-20 участка ғына бирелә. Был мәсьәлә “үле” нөктәнән 2019 йылда саҡ ҡуҙғалып китте: муниципалитеттарҙың берҙәм эшмәкәрлеге арҡаһында Шишмә, Ҡырмыҫҡалы һәм Кушнаренко райондарынан 500 самаһы участка бирелде. Артабан ер Благовещен һәм Шишмә райондарынан биреләсәк.
Ябай итеп әйткәндә, Өфө кешеләре баш ҡала менән сиктәш райондарҙан ер ала аласаҡ.
Ер участкаһы урынына 250 мең һум аҡсаны нисек алырға?
Район хакимиәтенә мөрәжәғәт итеү етә.
Аҡса алынды. Артабан нимә эшләргә?
Аҡсаны күсереү этабында түбәндәге документтар кәрәк:
- торлаҡ һатыу-һатып алыу килешеүе;
- күп фатирлы торлаҡ йортонда өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу килешеүе;
- ғаилә ағзаларының милек хоҡуғында ер участкаһы булыуын дәлилләгән документтар;
- кредиторҙан ипотеканың төп бурыстан ҡалған өлөшө һәм бурыстары булыу-булмауы тураһындағы белешмә. Ул торлаҡ, төҙөлөү өҫтөндәге торлаҡ йәки шәхси йорт төҙөлөшөнә булыуы ихтимал.
- ер участкаһын һатып алыу-һатыу килешеүе.
Һеҙ ер участкаһы һайланығыҙ. Сиратҡа торор өсөн ниндәй документтар кәрәк?
Ер участкаһын алыуға сиратҡа торор өсөн түбәндәге документтар кәрәк:
- шәхесте раҫлаусы документтар күсермәһе: ата-әсә һәм 14 йәштән өлкән балаларҙың паспорты;
- тыуыу тураһында таныҡлыҡтар;
- никах тураһында таныҡлыҡ күсермәһе (булған осраҡта);
- опека органдарынан граждандың ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителмәүе тураһындағы бешмә;
- баланың инвалидлығын дәлилләүсе дәүләт медик-социаль экспертиза хеҙмәте документтары (әгәр булһа).
Ғаризаны бушлай “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша йәки Күп функциялы үҙәккә барып тапшырырға мөмкин.
Күп балалы ғаиләләргә башҡа талаптар бармы?
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ факторы мөһим. Әгәр ғаиләнең бер ағзаһына 12 квадрат метрҙан кәмерәк майҙан тура килә икән, ғариза бирә алаһығыҙ. Мөһим: балкон торлаҡ майҙанына инмәй.
Системаны алдап, бөтәһенә лә бер фатирға пропискаға инергә һәм ярҙам һорарға буламы?
Юҡ. “Ултырыҡлылыҡ цензы” тигән төшөнсә бар. Биш йыл дауамында бындай күсеп йөрөүҙәр тикшерелә. Артыҡ һорауҙар булмаһын өсөн бындай аҙымға бармағыҙ.
Һеҙ ер участкаһы алдығыҙ. Уны алғас, кире уйлап, аҡса алырға яраймы?
Юҡ. Закондың кире көсө юҡ. Әгәр участка кәрәкмәй икән, уны һата алаһығыҙ.
Бирелгән ер участкаһы һеҙгә оҡшаманы. Нимә эшләргә?
Участканан өс тапҡыр баш тартырға мөмкин. Әгәр өс осраҡта ла кәрәкле ер участкаһы һайлай алмағанһығыҙ һәм уға алмашҡа 250 мең һум алыуҙан баш тартһағыҙ, һеҙҙе исемлектән төшөрөп ҡалдыралар.
Сират килеп етеүгә балаларҙың береһенә 18 йәш тула. Ерҙе бирмәйҙәрме?
Юҡ. Был бер ниндәй ҙә роль уйнамай. Иҫәпкә ҡуйылғандан һуң 18 йәш тулған икән, ҡурҡыныс юҡ.
Һеҙ өй һала башлағанһығыҙ. 250 мең һум аҡса алып, шул аҡсаға өйҙө һалып бөтөргә яраймы?
Эйе. Был “торлаҡ шарттарын яҡшыртыу” мәғәнәһенә эйә.
Был аҡсаға баҡса йорто алырға яраймы?
Эйе. Тик шуны хәтерҙә тотоғоҙ, ундай өй алған саҡта ЕГРН өҙөмтәһендә был бинаға тораҡ төҙөлөш тәғәйенләнеше бирелеүе тураһындағы мәғлүмәт булырға тейеш.
Компенсацияны Рәсәйҙең башҡа төбәгендә файҙаланырға яраймы?
Юҡ. Йорт йәки төҙөләсәк йорт Башҡортостан биләмәһендә булырға тейеш.
Һеҙ 250 мең һумлыҡ компенсация алырға булдығыҙ. Был аҡса ҡайҙа һәм ниндәй формала киләсәк?
Аҡса сертификат формаһында биреләсәк. Ул банк, күсемһеҙ милек һатыусыһы йәки төҙөлөш ойошмаһы иҫәбенә күсерелә. Уны аҡсаға әйләндереү мөмкин түгел.
Быйыл программа сикләнгән режимда эшләй. Ни өсөн?
2020 йылда был пилот проект. Ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн 50 миллион һум бүленгән. Икенсе йылдарға сумма артасаҡ. 2021-2022 йылдарға 250 миллион һум һалынған.