Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 13:15

Ветеранды үлтергән әҙәмдәр хаҡында мәғлүмәт бар...

9 июлдә Ҡыйғы районының Ләүзә ауылында бар республиканы тетрәндергән ҡот осҡос хәл булды: 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Несмеяновты язалап, вәхшиҙәрсә үлтереп, талап киттеләр.

9 июлдә Ҡыйғы районының Ләүзә ауылында бар республиканы тетрәндергән ҡот осҡос хәл булды: 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Несмеяновты язалап, вәхшиҙәрсә үлтереп, талап киттеләр.
Әлеге ваҡытта һаман енәйәтселәр тотолмаған. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенән үлтереүселәр хаҡында мәғлүмәт биргән өсөн ярты миллион һум аҡса ла вәғәҙә иттеләр.
Ҡайһы бер сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, төбәк партияһының колл-үҙәгенә һигеҙ кеше шылтыратҡан.
Һиҙгер кешеләр фажиғә алдынан шикле кешеләрҙе Ләүзә һәм күрше ауыл урамдарында күреүен белдергән. Улар был әҙәмдәрҙе теүәл һүрәтләп бирә алған. Барлыҡ мәғлүмәт Башҡортостандың Тәфтиш комитетына тапшырылған.
Тиҙҙән ветерандың ғүмерен ҡыйған ҡанһыҙ енәйәтселәр тотолор һәм улар тейешле язаһын алыр тип өмөтләнәйек.
Фото: aif-s3.aif.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: