Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 13:10

Ҡыҙ бала ашауҙан һәм эсеүҙән яҙған...

Һигеҙ йәшлек ҡыҙ ашауҙан һәм эсеүҙән яҙған. Былтыр октябрҙә уны Өфөләге психиатрия стационарындағы балалар бүлексәһенә килтерәләр.

Һигеҙ йәшлек ҡыҙ ашауҙан һәм эсеүҙән яҙған. Былтыр октябрҙә уны Өфөләге психиатрия стационарындағы балалар бүлексәһенә килтерәләр. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бала уҡшытыуға, хәлһеҙлеккә, аш-һыу еҫенә түҙә алмауға, йоҡоһоҙлоҡҡа зарланған. Табиптар уға нервы анорексияһы тигән диагноз ҡуйған.
Был ваҡиғаны башҡа ата-әсәләр өсөн, бәлки, һабаҡ булыр, уйландырыр, тигән ниәттән сығып һөйләргә булдыҡ. Бындай көтөлмәгән бәлә килер, тип кем уйлаһын! Ҡыҙ бәләкәйҙән сос, етеҙ, аҡыллы булып үҫә. Икенсе класта уңышлы уҡый, вокал менән профессиональ рәүештә шөғөлләнә, хатта халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнаша. Ата-әсәле, һәйбәт ғаиләлә тәрбиәләнә.
Үткән йылдың март айҙарында ата-әсә араһында низағ, тартҡылашыу, аңлашылмаусанлыҡ башлана. Барыһы ла баланың күҙ алдында. Уларҙың айырылышыу ихтималлығы тураһындағы хәбәрҙе ишеткәс, ҡыҙ ҡайғыға бата, илай, ҡәҙерле кешеләрен яраштырырға тырыша.
Мөнәсәбәттәрҙе көйләү маҡсатында диңгеҙҙә ял итмәксе булалар, ҡыҙ унда ашау-эсеүҙе сикләй, уҡшытыуға зарлана, аҙыҡ-түлекте күргеһе лә килмәүе хаҡында белдерә. Баланың күҙгә күренеп ябығыуы күҙәтелә. Ялдан ҡайтыу менән уны педиатрға, неврологҡа, эндокринологҡа, онкологҡа күрһәтәләр, гастроэнтерология бүлексәһендә дауалап ҡарайҙар. Тик һөҙөмтә булмай. Ярты йыл эсендә ҡыҙ 15 килограмм ауырлығын юғалта.
Октябрь башында ул бөтөнләй ашамай башлай – ашығыс ярҙам талап ителә. Дауаханаға һалыр алдынан уның ауырлығы ни бары 18,5 килограмм ғына була. Организмға аҡһым етешмәй, тире ҡорой, эс ауырта, астения, апатия, депрессия, йоҡоһоҙлоҡ ҡаҡшата, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына зыян килә. Пациентты реанимация һәм интенсив терапия бүлексәһенә төп йәшәү функцияларын тергеҙеү өсөн һалалар. Тәүге көндән үк комплекслы дауалау башлана. Икенсе аҙнала ҡыҙ менән психокоррекцион эш һәм ата-әсә менән берлектә психотерапия үткәрелә.
Әйтергә кәрәк, өс аҙна эсендә психиатр-табиптарҙың эҙмә-эҙлекле комплекслы дауалауы һөҙөмтәле була, ҡыҙҙың кәйефе күтәрелә, йоҡоһо яҡшыра, аҙыҡҡа ерәнеп ҡарауы юҡҡа сыға. Уйындарҙа ҡатнаша, хәрәкәтләнә башлай. Бер ай эсендә биш килограмға арта. Иң мөһиме, ул ижади конкурстарҙа ҡатнашыу һәм мәктәптә уҡыуға пландар ҡора башлаған. Хәҙер ҡыҙ өйҙә, сәләмәтлеге ҡәнәғәтләнерлек, балалар психиатры күҙәтеүендә. Барыһы ла яҡшы буласаҡ, ти һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре.
Барыһы ла өйҙәге “һауа торошонан”, бер-береңә ал биреүҙән, яҡшы мөнәсәбәттән һәм татыулыҡтан. Сәләмәтлек тә тап шуға бәйле.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: