Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 18:00

Еңеүсебеҙ менән таныштырабыҙ

Сираттағы еңеүсебеҙ менән таныштырабыҙ – Оҙонгүл ауылынан Дамира Ишмөхәмәтова.

Сираттағы еңеүсебеҙ менән таныштырабыҙ – Оҙонгүл ауылынан Дамира Ишмөхәмәтова. Бүләккә ул электр плитәһе алды.
Дамира Талха ҡыҙы һөнәре буйынса бухгалтер. Әле эшләмәй, өй мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Ире Марс Яхъя улы Себер тарафтарына йөрөп, вахта ысулы менән эшләй.
Ишмөхәмәтовтар дүрт балаға – өс ҡыҙ һәм бер улға ғүмер биргәндәр. Бөгөнгө көндә бер ейәнсәрҙәре бар. Быйыл Дамира һәм Марс Ишмөхәмәтовтарҙың бергә йәшәүҙәренә утыҙ йыл булған. Беҙҙең приз уларҙың Ынйы туйына бәләкәй генә бүләк инде улайһа. Ҡотлайбыҙ! Ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. Ғаилә усағығыҙ артабан да һүнмәһен, һүрелмәһен.
Читайте нас: