Әлшәй районының Шафран ауылында йәшәүселәр полицияға үҙҙәрендә булған аяныслы хәл тураһында хәбәр иткән.
Баҡтиһәң, ауылдағы 54 йәшлек ирҙең йортонда 47 йәшлек ҡатындың мәйете табылған. Йортҡа килгән “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре уның башының йәрәхәтләнеүен һәм, алдан күҙалланыуынса, ошо сәбәпле, ғүмеренең өҙөлөүен асыҡлаған.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 48 йәшлек ир танышына барған һәм унда өйҙәш ҡатынының йорт хужаһы менән аралашыуын күргән. Көнсөл әҙәм 38 йәшлек ауылдашы менән һуғыша башлаған һәм тегенеһе сығып ҡасҡан. Был ғына етмәгән “саҡырылмаған ҡунаҡ”ҡа: ул ҡатынды ныҡ итеп туҡмаған да сығып киткән. Ә ҡасандыр хөкөм аҫтында булған өйҙәшенең алынған яраларҙан ғүмере өҙөлгән. Уны икенсе көндө генә йоҡонан уянған 54 йәшлек шешәләше күреп ҡалған. Ә ул спиртлы эсемлектәр эскәндән һуң бер нимә белмәй йоҡлаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылған әҙәмде ҡулға алған. Әгәр ошо эскелек булмаһа һәм ҡатын ауыҙына хәмер ҡапмаһа, бәлки, аяныслы хәл дә теркәлмәҫ ине...