Ҡышҡы төн. Тапалған һуҡмаҡ буйлап өс мөйөшлө шәлен кәүҙәһенә урап бәйләгән йәш бер ҡатын атлай. Рәмзиә ул. Фермаға, дежурствоға ашығыуы. Ҡышын күҙ иртә бәйләнә, шуға ла колхозсыларға эшкә ҡараңғыла йөрөргә тура килә. Көн һайын хәлдән тайғансы бил бөгәләр.Һарыҡ фермаһында икешәрләп дежур итәләр. Рәмзиәнең төп эше – ошо иң яуаплы осорҙа һарыҡтарҙы имен-аман бәрәсләтеп алыу. Бәләкәстәр ҙә минут һайын тигәндәй тыуып ҡына тора был мәлдә. Яңы тыуған малҡайҙы ҡабул итеп өлгөрөргә, йылы бүлмәгә индереп, өшөмәҫ борон тиҙерәк һөртөндөрөргә кәрәк. Унан инде, аяғына баҫҡансы әленән-әле ҡарап тороп, әсәһенә имеҙергә алып барырға. Ҡайһы ваҡыт беренсегә бәрәсләгән һарыҡтар, ҡурҡыпмы, балаһын яҡын килтермәй маташа. Бындай мәлдә әсә-һарыҡты тынысландырырға, бәрәсте имеҙҙертергә бар тырышлығыңды һалаһың. Колхоз көтөүе ҙур. Сменаһына һәр эшсе ҡатынға өс йөҙгә яҡын бәрәсләгән һарыҡ тура килә. Шулай ни ашарға, ни ял итергә ваҡыт тапмай йүгерәһең дә йүгерәһең. Ирен әрмегә алғайнылар, балаларҙы ҡарау тулыһынса уның елкәһенә төштө, уларҙы ашауҙан өҙөргә ярамай...Һуғыштан һуңғы йылдар. Туҡ тормош тураһында уйларға иртәрәк әле. Ил һаман емерек хәлдә, тәүҙә уны күтәрергә кәрәк. Шуға ла колхозсылар үҙҙәре үҫтергән ит, бойҙайҙы ауыҙҙарынан өҙөп Рәсәйҙең үҙәк райондарына ебәрергә мәжбүр. Өлкәндәр хәлде аңлай ҙа бит, балаларға быны төшөндөрөүе еңел түгел шул...Рәмзиәнең өлкән улына дүрт йәш, уртансыһына – өс, бәләкәс Булатҡа бер йәш тә тулмаған әле. Ҡатын эштән арып-талып ҡайта ла йорт мәшәҡәттәренә сума: ашарына бешерергә кәрәк, керен йыуаһың, һыуын ташыйһың, малды ҡарайһың. Ҡуласа эсендә йүгергән тейен кеүек тойоп китә ул үҙен. Эштән ҡурҡмай Рәмзиә, тик бына ҡәйнәһе менән борсаҡтары бешеп етеңкерәмәй. Иренең үҙ әсәһе булһа, бер хәл, үгәй әсәһе бит әле! Азаматтың атаһы үлгәс, яңғыҙ ҡалғыһы килмәне ҡәйнәнең, ауыр холҡон йүгәнләп, йәштәр эргәһендә ҡалды. Үгәй улы өйҙә булғанда унан шөрләңкерәй ине, ни тиһәң дә ир кеше бит, унан, үҙ өйөндә лә йәшәмәй. Азамат әрмегә алынғас та холҡон бәйҙән ысҡындырҙы. Бигерәк тә балаларҙы яратманы ул, шул гонаһһыҙҙарға көсөн төшөрә. Көнләшеү ҙә үҙенекен итәлер: әсәлек шатлығынан мәхрүм ҡатынға килененең бәхетен күтәреү, әлбиттә, ҡыйын. Өлкәндәре, бәләкәй булһалар ҙа, барыһын да аңлап тора, шуға ла өләсәләренең тауышын ишетеү менән бөршәйеп ҡалалар, тауыш-тындары бөтә. Ә Булат, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, бәләкәс әле, илауҙан бушамай. Бигерәк тә ашағыһы килһә, тыйылып тора белмәй. Рәмзиә үҙе генә тынысландырырға һәләтле уны бындай мәлендә. Ҡәйнәһе, балалар шаулаша башлаһа, гел тышҡа сығарып ташлау менән янай. Мыжыҡ Булатты айырыуса яратмай ул. “Был тыума бөгөн дә йоҡларға бирмәһә, юлға сығарып ырғытам мин уны, үлһен әйҙә шунда!” – тип ҡат-ҡат ҡабатлауына Рәмзиә әллә ни ҡолаҡ һалмаҫҡа тырыша. Ҡыҙған саҡта кеше ни әйтмәҫ. Унан йәне көйгәнендә гел шулай ҡурҡытыуына өйрәнеп тә бөткән инде. Бер туған булмаһа ла, ейәндәре бит әле, шул тиклем яуызлыҡҡа йөрьәт итмәҫ барыбер.Көн артынан төн тыуа тора, ҡәйнә киленен, эт бүректе йолҡҡослаған кеүек, талай бирә. Килен өлкән кешенең бар ҡыланыштарын сабыр ғына йота, түҙемһеҙлек менән Азаматтың ҡайтыр көнөн көтә. Ҡайтһын ғына, ҡоторған ҡатындан яҡлар уларҙы. Ә тегеһе, килене яғынан ҡаршы яуап булмағас, һуңғы арала оторо ҡотора, сабыйҙарын “әрәмтамаҡтар” тип әрләп, Рәмзиәнең йәнен телгеләй. Эшкә сығып киткәндә йөрәге бигерәк ныҡ әрней Рәмзиәнең, әммә ни эшләһен, ҡайҙа ҡалдырһын бәләкәстәрен? Күршеләргә индерер ине, сит бала танһыҡмы ни, үҙҙәренеке күп. Үҙе менән фермаға ла ала алмай, ҡышҡы кейемдәре юҡ.Бына әле лә төрлөһөн уйлап, көйөп килеп инде фермаға ҡатын. Бөгөн төндә эшләргә.– Тағы танауыңды һәлендерҙеңме, ҡыҙым? – тип ҡаршы алды уны һиҙгер Аҡбаш бабай.– Арыным мин. Йөрәгем урынында түгел, – тип күңелен асып һалды ул бабайға. – Ҡәйнәмдең балалары булмағанға мин ғәйеплеме ни? Барыһы ла Алла ихтыярында, тимәк, шулай тейеш булған. Тимәк, Алла ла уның йөрәге урынында таш икәнен белә...Аҡбаш бабай уны арҡаһынан һөйөп алды:– Көймә улай. Ҡәйнәң дә бер ҡайҙа ла бармаҫ, ейәндәрен ҡарар, хайуан түгел дә баһа! Аллаһы Тәғәлә йәш сағында бала бирмәгәнгә күрә, исмаһам, хәҙер һинекеләрҙе үҙенекеләй күреп ҡабул итһен. – Аҡбаш бабай эш буйынса ла иҫкәртеп ҡуйыуҙы кәрәк тапты: – Бөгөн ныҡ һыуыта, тиҙәр, ҡара, күҙ-ҡолаҡ бул, бәрәстәр туңып ҡуймаһын. Көндөҙ, ана, икәү әрәм булған, тиҙәр.– Әлбиттә! – Рәмзиә уны тынысландырырға ашыҡты.– Тороп тор әле, ҡыҙым! – Бабайҙың күҙҙәре янып китте. – Бер уй башҡа килде әле. Әрәм булған бәрәстәрҙең тиреһен һыҙырып алып, эшкәртеп, толоп менән быйма тегергә мөмкин лә баһа! Тире күп кәрәк кәнишнә, бәлки, Булатҡа тултырып булыр. Ул ваҡытта улыңды үҙең менән фермаға йөрөтөр инең. Ҡәйнәңә лә ике баланы ҡарауы еңелерәккә тура килер. Күңеле лә йомшарып китер...Рәмзиәнең тамағына шатлыҡ төйөрө килеп тығылды. Изге ниәтле аҡһаҡалға рәхмәттәрен уҡыны.Был һөйләшеүгә ике аҙна ваҡыт үтте. Әлеге арауыҡта Рәмзиә улына толопҡа етерлек тире йыйырға өлгәште. Аҡбаш бабай уларҙы эшкәртергә ярҙам итте. Рәмзиәнең улыҡайына толопто шул төндә үк теккеһе килде. Барыһын да аңлап торған бабай фермала бер үҙе өлгөрәсәген әйткәс (бәлки өлгөрмәгәндер ҙә, әсә кешене мөһим эшенән айырғыһы ғына килмәгәндер), ҡанатланып эшкә ултырҙы.Йылы мейес эргәһендә, кәрәсин шәме яҡтыһында эш менән мәшғүл Рәмзиәне хәтирәләр солғап алды. Еңел булмаған тормош китабының һәр битен барлап сыҡты. Бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы башланған осор күңелендә ҡурҡыныс бер хәтирә булып уйылып ҡалған икән. Ҡыҙға ул ваҡытта ун ғына йәш ине. Үҙе әсәй булырға ла өлгөргән. “Әсәй” тип уға һеңлеләре өндәшә ине. Әсәләре үлеп ҡалғас, аталары репрессияға эләккәс, ҡыҙҙарҙы балалар йортона урынлаштырҙылар. Шунан һуң “әсәлек йөгө” үҙенән-үҙе уның иңенә ятты ла ҡуйҙы. “Әсәй” тип уға һыйынған сабыйҙарға дөрөҫөн әйтергә көсө етмәне уның. Балалар йорто ябылғас, уларҙы айырҙылар: бәләкәйҙәрен төрлө ғаиләләргә алдылар, Рәмзиә үҙе Хәмдиә исемле ҡатынға тура килде. Нәҡ Хәмдиә, үгәй улын Рәмзиәгә өйләндереп, уға ҡәйнә булды. Тәрбиәнең ҡатын-ҡыҙға ҡағылған өлөшө буйынса күп нәмәгә өйрәтте Хәмдиә уны. Ҡыҙ рәхмәтле ине бының өсөн, хатта ҡайһы берҙә “әсәй” тип тә өндәште. Шуға ла уға булған хәҙерге мөнәсәбәте аптырата ла, үпкәләтә лә. Ғәйебе нимәлә һуң? Былай ҙа “тиктормаҫтарыңдан арыным” тип һуҡраныуына, әйләнгән һайын “әрәмтамаҡтар”, “тыума” тип әрләүенә, Булат менән мәшәҡәт күп икәненә, уны йыш йыуындырырға тура килеүенә, кейем еткереп булмауына зарланыуына иғтибар бирмәҫкә тырыша бит инде. Оло кешенең нервылары ла ҡаҡшайҙыр.Шулай, эш артында, уйҙар тулҡынында һиҙелмәй генә төн, төн менән бергә дежур ваҡыты ла уҙҙы. Ул арала толоп та әҙер булды. Рәмзиә үҙ эшенә һоҡланып ҡарап торҙо ла, Булатын күҙ алдына килтереп, күкрәгенә ҡыҫты. Алла бирһә улыҡайы гел янында ғына булыр, өләсәһенән ҡағылып-һуғылмаҫ.Малсыларҙың йылы өйөнән ферма урамына йылмайып килеп сыҡты ул. Тыштағы сатлама һыуыҡҡа ла, аяҡ аҫтында шығырлаған ҡарға ла иғтибар итмәне, ҡайта һалып, толопто Булатҡа кейҙереп ҡарағыһы килде. Иртәгә иртән улыҡайын үҙе менән фермаға ла алыр.Ауыл тып-тын. Хатта эт өргән тауыш та ишетелмәй, моғайын, һыуыҡтан ҡасып бөткәндәрҙер. Эргәләге урмандан ағастарҙың сатнап ярылыуы ишетелә. Ана, яңы көн тыуыуын белдереп, нәҙек кенә булып таң һыҙылды. Ошо яҡтылыҡ һирпеп атҡан таңдың тиҙҙән тормошондағы иң ҡара көнгә әйләнерен ҡайҙан ғына белһен инде Рәмзиә!Өйөнә яҡынлашҡас, ҡатын юл ситендәге көрт өҫтөндә нимәнеңдер ҡарайып ятҡанын шәйләне. “Һыйырҙар юлдарына билдә һалып та ҡуйған”, – тип көлдө Рәмзиә, ҡара таптарҙы һыйыр тиҙәге тип уйлап. Килеп еткәс саҡ ҡысҡырып ебәрмәне: ҡатын был таптың бала кәүҙәһе икәнен аңланы. Рәмзиәнең йөрәге дарҫлап тибергә кереште. Ҡарҙы ҡаҙый башланы һәм... Был уның Булаты ине... Ҡатын ҡатҡан кәүҙәгә текәлде лә ҡатып ҡалды. Улыҡайы булыуын һис кенә лә танығыһы килмәне. Үҙ күҙҙәренә, аяуһыҙ ғәҙелһеҙлеккә ышанырға теләмәне. Яратып, иркәләп туя алмай ине бит ул балаларын. Үлемдең ас тырнағынан да тартып ала алғайны ла баһа. Күңел төбөнән иңрәп-һыҡтап сыҡҡан ҡурҡыныс тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе ул. Һыуыҡ төн ҡосағында тынлыҡҡа сумған ауыл терт итеп ҡалды. Ҡайҙалыр ҡапҡа асылып ябылды, һөйләшкән тауыштар ишетелде. Артабан нимә эшләгәнен дә, нимәләр булғанын да хәтерләмәй Рәмзиә. Ни бары ҡарға ултырған килеш сабыйҡайын күкрәгенә ҡыҫты ла ҡайҙалыр алыҫҡа ҡарап төбәлде. Мейеһен бер генә уй сүкене: “Ҡәйнәм. Уның ғына эше был. Күпме тапҡырҙар ҡабатлаған янауын тормошҡа ашырған. Улымды тышҡа сығарып ырғытҡан. Эй, Хоҙайым, миңә нимә эшләргә һуң хәҙер?” Улын ҡосаҡлаған килеш ҡарға ауҙы.Таң атты. Яңы көн башланды. Көрт өҫтөндә инде хәҙер бер кемгә лә кәрәкмәгән толоп ҡарайып ятты ла ятты...