Яйыҡ
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 12:35

Газ үткәрергә сертификат алдығыҙмы?

Башҡортостанда 2,2 мең ғаилә торлағына газ үткәреү өсөн сертификат алған.

Башҡортостанда 2,2 мең ғаилә торлағына газ үткәреү өсөн сертификат алған. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе.
Министр әйтеүенсә, сертификат алыу өсөн 3,7 мең ғариза тапшырылған. Күпселек ғаризалар күп балалы ғаиләләрҙән алынған, был 59 процент. 32 процент – инвалидтар, 8 процент – инвалид балалары булған ғаиләләр, 1 процент – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары. Уларҙың 3 мең самаһы газ үткәреүгә сертификат алыу өсөн иҫәпкә ҡуйылған.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, хәрби хәрәкәттәр инвалидары өсөн сертификат номиналы 100 мең һум тәшкил итә. Инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм күп балалы ғаиләләр өсөн – 60 мең һум. Әммә ғаиләнең килеме йәшәү минимумынын кәмерәк булһа (9442 һум ), сертификаттың номиналы шулай уҡ 100 мең һум тәшкил итәсәк.
– Шәхси торлаҡҡа газ үткәреү эштәре уртаса алғанда 125 мең һум тора, тимәк сертификат сығымдарҙың ҙур өлөшөн ҡаплай, – тине Ленара Иванова. – Сертификат алыуға ғаризалар ҡабул итеү дауам итә.
Читайте нас: