Яйыҡ
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 12:40

Хөббөниса әтәсе

Һуңлап ҡына Әтәс ҡайтып керҙе...Танырлыҡ та түгел, ләхәүлә!Кикрек китек...Күҙ төбөндә фонарь...

Әнғәм АтнабайҺуңлап ҡына Әтәс ҡайтып керҙе...Танырлыҡ та түгел, ләхәүлә!Кикрек китек...Күҙ төбөндә фонарь...Аяҡ аҡһаҡ - саҡ-саҡ һөйрәлә...Хөббөниса, әтәсенә ҡарап,Әрнеп-әрнеп былай һөйләнә:-Тағын күршеләрҙә булдың инде?!Тағын гонаһ ҡылдың, туйымһыҙ!Үҙеңдең бит ун биш тауығың бар-Бына тигән, ҡарап туйғыһыҙ!Яныңдан бит дер ҡалтырап ҡына,Йомшаҡ баҫып ҡына уҙалар,Бер саҡырһаң ун бише лә килә,Ни теләһәң - шуға ризаларӘ һин, -харап! - шпор шалтыратып,Күкрәк киреп йөрөгән булаһыңӨҫтәүенә маҡтанаһың әлеЙәнәһә лә , иртә тораһың.“Кикрикүк!” тип һөрән һалаһың даЭшең бөттө! Эштең ҡалғаныМеҫкен тауыҡ елкәһенә төшә;Күкәй һалыу, себеш ҡарауы.Ә һин көн дә кәзә һуҡмағындаҺөйрәләһең, әҙәм аҡтығы!Йә, күршенең тауыҡтары ҡаҙмы,Томшоҡтары әллә алтынмы?Шул кәнтәйҙәр өсөн ҡанға батыпҠайткан инең үткән аҙна ла!Һаман тәүбә итмәгәнһең икән-Тауыҡ-тауыҡ инде ҡайҙа ла!Малды эйәһенә оҡшамаһа,Харам була тиҙәр, дөрөҫтөр.Бигерәк Хатмуллама оҡшаганһың...КитКүҙ алдымда торма, һепертке!..Хөббөниса шулай тиргәп-ҡарғап.Аҙғын әтәсенә ем һипте.
Читайте нас: