#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Республикала тәүге тапҡыр ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш иткән төбәк операторы республиканың 14 муниципаль районын хеҙмәтләндереү өсөн яңы мобиль сүп-сар сортировкалау линияһын сафҡа индерҙе.
Был мобиль линияның эше Ҡырмыҫҡалы районында старт алды. Киләсәктә төбәк операторы үҙенә ҡараған бар райондарҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең тулы инфраструктураһын барлыҡҡа килтерергә планлаштыра. Шуға күре төбәк операторы яңы эш урындары ла булдырырға иҫәп тота.
Мобиль сортировкалау линияһының етештереүсәнлеге йылына 50 мең тонна тәшкил итә. Был комплекс ауыр йөк ташыусы трактор һәм еврофура менән күсереп йөрөтөлә. Ул тоҡтарҙы ҡырҡыу өсөн махсус бысаҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Бындай комплекстар Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектының “Таҙа ил” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Был махсус техника – республикабыҙ ғына түгел, илдең күп төбәктәре өсөн яңылыҡ.
Фото: республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.