Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеүҙе үҫтереү программаһы сиктәрендә 2024 йылға 10 санавиация вертолет майҙансығы барлыҡҡа килергә тейеш. Өсәүһе - Өфөлә, ҡалғандары Баймаҡ, Белорет, Нефтекамск, Октябрск, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғәүттә булыдырыласаҡ. Өфөлә вертолет майҙансыҡтары 18-се дауахана, БДМУ клиникаһы һәм Республика перинаталь үҙәге янында санавиацияны ҡабул итәсәк. Бер майҙанды хеҙмәтләндереү хаҡы йылына 960 мең һум тәшкил итәсәк.