“Бөгөн йома һәм алда ял көндәре, күптәр был көндәрҙә ҡаланан сығасаҡ. Бөтә республика буйынса тәртип боҙоуҙарҙы асыҡлауға һәм иҫкәртеүгә йүнәлтелгән рейд саралары планлаштырылыуы тураһында хәбәр итәм”, – тип мөрәжәғәт итте водителдәргә республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов.