Белорет районының Николаевка ауылында туристик йорт янып юҡҡа сыҡҡан. Был хаҡта UFA1.RU хәбәрсеһенә Ирәмәлгә кешеләр ташыу менән шөғөлләнгән һәм туристик йорт етәксеһе булған Илнур Байегетов һөйләгән. “Янғын шаршамбы кискә ҡарай булды. Йортта бер кем дә юҡ ине. Шаһиттар һүҙҙәренә ҡарағанда, ут мунсанан сыҡҡан, уның ҡыйығынан төтөн күренгән. Тик был ваҡытта мунса яғылмаған ине. Өҫтәүенә, ул йорттан 10 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Электр үткәргестәр бында яңы, бер йыл элек кенә үткәрелгәйне”, – тип белдергән ул.