Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 12:20

ЙӘНӘ ӨС ГЕНЕРАЛ ОТСТАВКАҒА КИТТЕ

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй тәфтиш комитетының өс генералының вазифаларын бушатыуы хаҡында указға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй тәфтиш комитетының өс генералының вазифаларын бушатыуы хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Мәскәү төбәк-ара тәфтиш идаралығы менән етәкселек итеүсе юстиция генерал-майоры Сергей Вазюлин отставкаға киткән. Шулай уҡ Иркутск өлкәһе тәфтиш комитеты идаралығы етәксеһе юстиция генерал-майоры Андрей Бунев, һәм Краснодар крайы тәфтиш идаралығы етәксеһе юстиция генерал-лейтенанты Вадим Бугаенко ла вазифаларын буштаҡан. Улар өсөһө лә үҙ теләге буйынса эштән киткән.
Гульшат Кагарманова
#ВладимирПутин
Читайте нас: