Октябрьскийҙағы ҡот осҡос ғаилә фажиғәһе бөтә республика халҡын шаҡ ҡатырҙы. Фараздарҙың береһе буйынса, 11 йәшлек улын үҙ әсәһе бысаҡ менән яралап үлтергән һәм аҙаҡ үҙенә ҡул һалған.
Асыҡланыуынса, урамда йөрөгән малайҙар Диманың асырғанып ҡысҡырғанын, ярҙамға саҡырғанын ишеткән һәм ҡанлы ҡулдары менән тәҙрәне асырға маташҡанын күргән. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала-саға һүҙенә бер кем дә ышанмаған. Дима ике тапҡыр :”Үлтермә!” –тип ҡысҡырған. Аҙаҡ тәҙрә форточкаһын япҡандар, башҡаса тауыш ишетелмәгән. Полиция саҡырырға ла уйлағандар, тик хәлдең был тиклем етди икәнлеген белмәгәнлектәнме, уйҙарынан кире ҡайтҡандар.
Ғаилә башлығы был ваҡытта Себерҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөгән. Өсөнсө ай инде ҡайтмаған булған. Иң беренсе булып, ул саң ҡаҡҡан да инде, сөнки бер нисә көн буйы ҡатыны ла, улы ла уның шылтыратыуына яуап бирмәгән. Аптырап, әсәһенә шылтыратҡан. Өләсәйгә фажиғәне тәүгеләрҙән булып күрергә тура килгән.
Күршеләре һаман да был енәйәттең күптәр өсөн өлгө иҫәпләнгән Локтевтар ғаиләһендә булыуына ышана алмай. Бының булыуы мөмкин түгел, тиҙәр. Улдары шул тиклем аҡыллы, отличник, вундеркинд, һәр ваҡытта йылмайып, күңелле итеп йөрөй... Әсәһе уның өсөн йәнен бирергә әҙер төҫлө тойолған, балаһына уҡыуҙа һәр саҡ ярҙам иткән. Ата-әсәнең насар ғәҙәт-ҡылыҡтары һиҙелмәгән, матди яҡтан да ныҡлы ғаилә булған.
Күршеләренең әйтеүенсә, июль айында малайҙың әсәһе урамда күренмәгән, ҡайһы саҡта Дима ғына сығып әйләнгән. “Бәлки, Натальяла депрессия булғандыр,- тигән фараз да бар.- Улын йәнендәй күреп, өпәкәйләп кенә үҫтергән әсәнең бысаҡҡа тотонорға нисек ҡулы барһын?” Бөгөн әсәле-уллы Локтевтарҙы һуңғы юлға оҙаттылар.
Тетрәндергес ваҡиға республика прокуратураһы контролендә.