Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 11:10

Юлдарға иғтибар артты

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә республика юлдары яңыртыла.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә республика юлдары яңыртыла. Мәҫәлән, Учалы районында ла был проект уңышлы тормошҡа ашырыла.
Быйыл Белорет юл ремонтлау-төҙөү идаралығы Ҡарт Муйнаҡ ауылынан Комсомольск ауылына тиклем 10 километр асфальт юлды төҙөкләндергән. Учалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы Иманғол-Баҙарғол юлын ремонтлауҙы дауам итә. 13,6 километр араға асфальт түшәлә. Әлеге көндә ике километрҙы асфальтлағандар ҙа инде. Киләсәктә Иманғол аша "Белорет-Учалы-Мейәс" юлы тулыһынса асфальтланасаҡ.
Ауылдарҙа ла юлдарҙы төҙөкләндереү эше дауам итә. Мулдаҡай ауылында 3,9 км үҙәк урам ремонтланған. Илсеғол-Мулдаҡай-Орловка ауылдарын тоташтырыусы ташлы юлға асфальт түшәгәндәр. Подрядсы ойошма - Силәбе ҡалаһының «РегионТранс» йәмғиәте. Ремонтҡа аҡса республика һәм район ҡаҙнаһынан бүленгән. Ойошма эшен теүәлләп тапшырғандан һуң "Белорет-Учалы-Мейәс" трассаһында Шартым сианцияһы һәм Ҡарт Муйнаҡ ауылы араһындағы юлды төҙөкләндереүгә тотонасаҡ.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан
Читайте нас: