Яйыҡ
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2020, 16:10

Ҡарбуз телеп тороп, иренә бысаҡ ҡаҙаған

Ҡариҙел районы ауылдарының береһендә йәшәүсе 35 йәшлек ҡатын саҡ ирен үлтермәй.

Ҡариҙел районы ауылдарының береһендә йәшәүсе 35 йәшлек ҡатын саҡ ирен үлтермәй. Республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ирле-ҡатынлы тәүҙә араҡы эсә, спиртлы эсемлектәр бөткәс, ир магазинға киткән. Ул ҡайтҡанда хужабикә ҡарбуз телеп торған. Ғаилә башлығы ҡатынын ҡыҙғанып, төрлө нахаҡ һүҙҙәр менән рәнйеткән, уның әйткәндәренә түҙә алмай, ҡулындағы бысағы менән иренең ҡорһағына сәнскән. Ҡатын ҡурҡышынан күршеләренә йүгергән, улар "Ашығыс ярҙам" саҡырған. Әле зыян күреүсе дауаханала.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, ҡатын иргә тәүге тапҡыр ғына һөжүм итмәгән, уның быға тиклем дә ошондай уҡ "батырлыҡтары" булған һәм ғашиҡ пар судта ярашҡан. Был юлы зыян күреүсе ир һөйгәнен ғәфү итерме, юҡмы, уныһы йәнә судта билдәле булыр. Әлегә ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған.
Фото: youtube.com
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: