Мәғлүм булыуынса, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов вәкәләттәрен һалырға ҡарар иткән. Уға Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры вазифаһын тәҡдим иткәндәр. Бындай кадрҙар үҙгәрештәренә ҡурсаулыҡта булған көслө урман янғындары ла йоғонто яһағандыр, тип фараз иткәндәр бар.
Быға тиклем дә ҡурсаулыҡта директоры булмаған тип әйтергә мөмкин, сөнки Илнар Вәлиев инде бер йыл был вазифаны ваҡытлыса башҡарҙы. Был юлы ла ул кандидатураһын директор вазифаһына тәҡдим итмәгән.
Айнур Бейембәтов сығышы менән Бөрйән районынан. Төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләгән, ә 2014 йылдан бөгөнгәсә "Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге" учреждениеһы директоры.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.