Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2020, 12:40

Бер йырҙың тарихы

-Башта Мәскәүҙе, шунан Ҡазанды яуларға тура килде миңә, - тип көлә композитор Урал Рәшитов. – Яйлап тыуған яҡҡа яҡыная киләм, яҡыная киләм, тигәндәй...Уралдың ижад юлы 1990-сы йылдарҙа Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында башлана. Тәүге йырын ул рәсәй поп-музыкаһы йондоҙо «На-на» төркөмөнә яҙа. Күп йырҙарын башҡорт һәм татар эстрадаһының танылған йырсыһы Хәниә Фәрхи башҡарыуында Өфө, Ҡазан, Яр Саллы тамашасылары ишетә.

Бер йырҙың тарихы«Ҡыҙыл розалар»(Урал Рәшитов – Гөлнара Рәшитова)- Башта Мәскәүҙе, шунан Ҡазанды яуларға тура килде миңә, - тип көлә композитор Урал Рәшитов. – Яйлап тыуған яҡҡа яҡыная киләм, яҡыная киләм, тигәндәй...Уралдың ижад юлы 1990-сы йылдарҙа Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында башлана. Тәүге йырын ул рәсәй поп-музыкаһы йондоҙо «На-на» төркөмөнә яҙа. Күп йырҙарын башҡорт һәм татар эстрадаһының танылған йырсыһы Хәниә Фәрхи башҡарыуында Өфө, Ҡазан, Яр Саллы тамашасылары ишетә.Башҡортса тәүге йыры «Аҡ сирень» йәштәр мөхитендә киң тарала. Шул уҡ ваҡытта Урал Әнғәм Атнабаев ижады менән ҡыҙыҡһынып, уның шиғырҙарына көйҙәр яҙа башлай. Мәҫәлән, «Яңғыҙ миләш»; Айҙар Fәлимов репертуарында урын алған «Шаулама һин, ҡара диңгеҙ» йырҙары барлыҡҡа килә, ғөмүмән, йырҙар ижад итеүсе популяр композитор булараҡ таныла Урал.Йәш саҡ – дуҫтар табыу сағы. Район мәҙәниәт һарайында баянсы Фәрүәз Килдеғолов менән бергә эшләйҙәр. Тиҙҙән иң яҡын дуҫтарға әйләнәләр.- Мин уға әйтә торғайным: Фәрүәз, мин һине Өфөгә ебәргәс кенә, үҙем берәй ергә эшкә күсәм. Раевкала ла беҙҙе барыһы ла хөрмәт итә ине, ә шулай ҙа беҙҙең кеүек егеттәргә, бер урында тапанып тормай, ниндәйҙер осош та кәрәк ине бит (хәҙер инде Фәрүәз Айҙар Fәлимов төркөмөндә баянда, саксофонда, синтезаторҙа уйнай).Ошо уҡ осорҙа Урал мәҙәниәт һарайында хореография дәрестәре алып барған, шулай уҡ буш ваҡытта йыр текстары яҙған Гөлнара Рәшитова менән таныша.- Беҙҙең турала әллә күпме имеш-мимештәр йөрөнө, Гөлнара Рәшитова һинең кемең, ҡатыныңмы әллә тигән һорау иң йыш бирелә торғандарҙан булды, - тип йылмая Урал.Ошонан башланып китә лә инде «Ҡыҙыл розалар» йырының тарихы. Әңгәмәбеҙҙең теҙгенен Урал үҙ ҡулына ала:- Ҡыҙыҡ ҡына булды инде ул тарих. Гөлнара шиғырҙар ижад итә, Фәрүәз уларға көй яҙа. Йыш ҡына бәхәсләшә лә торғайнылар: Фәрүәз шиғырҙың рифмаларын, һүҙҙәрен үҙгәртергә ҡушһа, Гөлнара үпкәләп тә ҡуя.Бер ваҡыт Фәрүәз кеҫәһенән бәләкәй генә ҡағыҙ биттәре сығарҙы ла:- Бына, Гөлнара тағы шиғыр бирҙе, - ти.Шиғырҙы алдым да, уҡый башланым. Ә ниңә гел дә Фәрүәзгә генә көй яҙырға әле? Мин үҙем яҙа алмайыммы ни?! Фәрүәз көлөп кенә ҡарай:- Ҡуй, ыҙалама, барыбер килеп сыҡмаҫ. Һүҙҙәрендә «з» ла «р» өндәре, немец телендәге кеүек бик ҡаты яңғырай. Бер ҙә моңло итеп йырланмай.Ә беҙ икәүбеҙ ҙә дәртле, сәмле, амбициялы башҡорттар. Икебеҙ осраштыҡмы, осҡондар сәсрәткәндәй һөйләшәбеҙ, борсаҡты эренән сирттерәбеҙ.- Был шиғырға йырҙы мин яҙам, - тинем.- Яҙа алмайһың! - тип юрамал үсекләй Фәрүәз.Йыр яҙыуҙы Фәрүәз менән бәхәскә ҡуйҙыҡ. Шиғырҙы кеҫәмә һалдым да ҡайттым киттем.Үҙ алдыма ғына былай ҙа, тегеләй ҙә көйләп ҡарайым:Ҡыҙыл розалар, ҡыҙыл розалар, һөйөү гөлдәре…Маташам, маташам, килеп сыҡмай. Баш ауырта башланы. Бер аҙ ял итеп алдым да, тағы ла тотондом. Үҙемде бер сәмләндергәс, төнө буйы йоҡлай алманым. Ниңә генә был эшкә тотондом икән, тип үҙем үкенә лә башланым. Бына, мәҫәлән, «Етегән шишмә» йәки «Уралым» ҡайһылай моңло итеп, һуҙып йырлана, күңелде арбап тора.Шундай хәлдә таң аттырҙым. Ҡыш ине. Беҙ унда һыуға ҡалҡыуыраҡ бер урындағы колонкаға йөрөй торғайныҡ. Ҡапҡанан һыу алғысҡа тиклем 15 метр самаһы. Иртәнсәк быйма кейеп алдым да, һыуға киттем. Биҙрәләрҙе ҡуйып, һыу ала ғына башлағайным, ҡапыл төнө буйы эҙләгән интонация ишетелмәһенме?! (Композиторҙарҙан көйҙәр көтмәгәндә, ҡайсаҡ иң уңайһыҙ мәлдә лә килеп тыуғанын ишеткәнем бар ине инде. Ни тиһәң дә, ижади процесс – үҙе бер мөғжизә шул. – Авт.) Аһ! – итеп ҡалдым. Һыу ҡайғыһы китте! Буш биҙрәләрҙе тотоп, дөңгөр-дөңгөр өйгә ҡарай йүгерҙем. Колонкаға юл һәр саҡ түгелгән һыуҙан боҙланып бөткән, тайып ҡолап, янбашты ауырттырҙым. Берәйһе мине ситтән күҙәтеп торһа, был егет моғайын эс шыйығайтҡыс дарыу эсеп сыҡҡандыр, тип уйлар ине.Атылып килеп индем дә, сарсап һыуға ташланған кешеләй, магнитофонға ынтылдым. «Play» кнопкаһына баҫып, йырлап та ебәрҙем. Аҙағында, етмәһә, «Һәй!» - тип ҡысҡырам…Был йыр шулайыраҡ доньяға килде. Аранжировщиктар фонограмма яҙғанда, ул ваҡытта модала булҡан төрөк музыкаһына эйәреп, көнсығыш элементтары өҫтәгәндәр. Әйтерһең, үҙебеҙҙеке бөткән.«Ҡыҙыл розалар» шунда уҡ үҙ тамашасыларын тапты. Бер нисә ай үҙем йырлап йөрөнөм әле, Әлшәй районында һабантуйҙа, байрамдарҙа, банкеттарҙа башҡарҙым. Мин баштан уҡ был йыр шлягер булырын һиҙҙем. Шундай алдан тойомлау һәләтем бар.Фәрүәз Айҙар Fәлимов менән танышып, уның төркөмөнә эшкә күскәйне, мин был йырҙы Айҙарға тәҡдим иттем. Тәүҙә Айҙар:- Минең йыр түгел был! Уны нисек башҡарыуымды күҙ алдына ла килтермәйем, – тине.Күп йырсылар башта минең йырҙарҙан ҡурҡалар (әйткәндәй, Вәсилә Фәттәхова ла «Тыуған яҡ»тан шулай ҡурҡҡайны). Әммә бер аҙҙан Айҙар уны өйрәнә башланы һәм йыр тамашасыларға бик оҡшаны. Хәҙер Айҙарҙың бер концерты ла унһыҙ үтмәй. Йырламаһа, залдан записка ебәреп, һорап йырлаталар, йырлаһа, тағы бисҡа йырлауын үтенәләр.Бәлки, был йырҙы ҡайһы берәүҙәр примитив тип тә әйтәләрҙер. Ә мин уны халыҡҡа оҡшаһын, хит булһын тип, юрый шулай ябай итеп яҙҙым.- Ә Фәрүәз менән теге ҡуйышҡан бәхәсегеҙ нисек бөттө һуң?- Бер ваҡыт телевизорҙан ҡарағайным: ике яҡташ марафонда йүгереп, финалға сығалар. Икәү үҙ-ара ярышып, йәнәш кенә киләләр. Финиш алдынан ғына береһе саҡ ҡына артта ҡала. Икенсеһе уны көтә, ҡосаҡлашып, финиш һыҙығын бергә килеп үтәләр. Беҙ ҙә шулай. Күпме йылдар инде дуҫбыҙ. Бәхәсләшеү бер-беребеҙҙе сәмләндерә генә, уңыштарыбыҙға ысын күңелдән ҡыуанып йәшәйбеҙ.Бәхәс тамам, ә йыр йәшәй бирә. Күп йылдар «Ҡыҙыл розалар» Айҙар Fәлимовтың «визит карточкаһы» булып йөрөнө, хатта пародистар репертуарына ла эләгеп, йышыраҡ ишетелә башланы. Бына нисәмә йылдар инде эфир тулҡындары аша йылы хистәргә бай, мөләйем йыр ҡатын-ҡыҙҙар байрамдарында ла күңел ҡылдарын наҙлай.Ләйлә Аралбаева, 2004 йыл.
Читайте нас: