Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2020, 13:25

Министр урынбаҫарының фатирына төшкәндәр

Уғрылар йоҡлап ятмай, ҡорбандарын күҙләп, мутлыҡтарын ҡылырға ғына тора. Бынан бер нисә көн элек министр урынбаҫарының фатирына төшөп, бер миллион һумға яҡын аҡса урлағандар.

Уғрылар йоҡлап ятмай, ҡорбандарын күҙләп, мутлыҡтарын ҡылырға ғына тора. Бынан бер нисә көн элек министр урынбаҫарының фатирына төшөп, бер миллион һумға яҡын аҡса урлағандар. Был хаҡта "КП-Уфа“ хәбәр итә.
Етәксе енәйәт ҡылынғандан һуң һуңлап полицияға мөрәжәғәт иткән. Ҡырын эш 14 июлдән 25 июлгә тиклемге ваҡыт арауығында, хужабикә өйҙә булмағанда, ҡылынған. Полиция хеҙмәткәрҙәре фатирҙа булып, бармаҡ, аяҡ кейеме эҙҙәрен алған. Ҙур күләмдә уғрылыҡ осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.
Автор: Дина Арсланова
Фото:ok.ru
Читайте нас: