Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2020, 12:05

Ярлыҡау һорамаҡсы булған...

Әҙәм аҡтығы 2015 йылдың сентябрь айында мәктәпкә китеп барған 10 йәшлек Виктория Токарчукты гараждар араһында мыҫҡыл итеп, быуып үлтереп япраҡтар менән күмеп ҡуя

Өфө ҡалаһының Октябрь районы суды ғүмерлеккә төрмәгә ябылған педофил Валеткиндың искын ҡәнәғәтләндермәне.
Был турала судтың сайтында белдерәләр. Әҙәм аҡтығы 2015 йылдың сентябрь айында мәктәпкә китеп барған 10 йәшлек Виктория Токарчукты гараждар араһында мыҫҡыл итеп, быуып үлтереп япраҡтар менән күмеп ҡуйғайны. Был фажиғәле хәл Өфөлә булды.
Бәлиғ булмағандарҙы мыҫҡыл иткән өсөн алдан да хөкөм ителгән Валеткинды һанаулы көндәр эсендә ҡулға алалар. Ул енәйәт ҡылған урынына балаҡайҙың рухына тип килтерелгән сәскәләргә ҡарарға килгән булған. Шик аҫтына алынып, тикшергәстәр, ҡыҙсыҡтың кейемендә уның тире эҙҙәре табылған.
Тәфтишселәр шуны ла асыҡлаған: йыл ярым элек Өфөлә ул тағы бер балаға ҡаныҡҡан, иҫтән яҙған сабыйҙы үлгән тип уйлап ташлап киткән. Ҡәбәхәттең ғәйебе танылып, ғүмерлеккә төрмәгә ябалар.
Әле килеп, төрмәнән эске эштәр министрлығының Өфө идаралығына, ҡулға алғанда полиция тарафынан баҫым булды, тип мораль зыянды ҡаплатыу өсөн 245 мең сумма ҡуйып иск биреп ята. Етмәһә, был уның тәүге дәғүәһе түгел икән. Алдағылары ла суд тарафынан кире ҡағылған.
Фото социаль селтәрҙән.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: