Яйыҡ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2020, 13:45

Аҡйөрәк

Гел йылмайып йөрөгән Гөлшатының илап буҫлыҡҡан йөҙөн күргән Аҡбеләк "Илама", тигәндәй, бөтә көсөн йыйып уға ҡарап йылмайҙы ла, күҙҙәрен йомдо. -Аҡбеләк тип түгел, Аҡйөрәк тип исем ҡушырға кәрәк булған икән дуҫыңа, ҡыҙым. Талип олтайҙың да күҙҙәрендә йәш ине.Ҡашҡарҙы үлемдән ҡотҡарған оло йәнле этте Мөхтәр менән Аҡтүш тә хөрмәтләп оҙаттылар һуңғы юлға.

-Уян, тор! Арба тауышы килә, ишетәһеңме? Ана, ҙур тәгәрмәстәр беҙҙең яҡҡа тәгәрләй. Тор инде, тор!Көнө-төнө бер туҡтауһыҙ шыңшып арыған туғанының хәрәкәтһеҙ ятыуынан шикләнгән көсөк еүеш мороно менән уны төрткөләне:-Тор инде. Тор әйҙә йәһәтерәк!Әммә яуап булманы. Кәрәкмәгән йән булып тыуған ике бисараны бер ниндәй йәлләүһеҙ ташландыҡ бер өй мөйөшөндәге лапы араһына ике һыныҡ икмәккә әүрәтеп ҡалдырып киткәйнеләр. “Әллә оноттолар , килеүсе тойолманы...” Саф күңелле көсөктөң башынан ҡаты бәғерле әҙәмдәрҙе аҡларлыҡ уйҙар йүгерҙе. Имсәктән айырылғас, туғаны бер туҡтауһыҙ шыңшыны. Икмәк сәйнәрлек тештәре булмағас, һыныҡтар ҙа ҡатып бөттө. Тәгәрмәстәр яҡынлашты. Мороно менән төрткөләп тә туғанын ҡуҙғата алмағас, көсөк тауыш килгән яҡҡа шыуышты. “Юҡ, йәшәүгә ышаныс тыуҙырыусы был тәгәрмәстәрҙе үткәреп ебәрмәйем, туҡтатырға кәрәк нисек тә...”Ҡапыл юлға килеп сыҡҡан көсөктән өрккән ат ситкә тайпылды. Арбанан һикереп төшкән ҡыҙ бала бәләкәс “юлбаҫарҙы” тотоп күкрәгенә ҡыҫты. Шулай үлем түшәген ҡалдырып, яҙмыш арбаһына ултырып китеп барҙы йомғаҡтай ғына йән эйәһе. Уңған килендәрҙең һыҙғанған еңдәре аҫтынан күренгән кеүек, хужаһыҙ көсөктөң беләктәре лә ап-аҡ ҡына. Аҡбеләк тип исем бирҙеләр уға.Уны алып ҡайтҡан хужаларҙың эттәре күп ине. Көр тауышлы, етди ҡиәфәтле Мөхтәр. Аҡбеләктең тиңдәше Ҡашҡарҙың инәһе Аҡтүш. Араларына ят йәндең инеүен яратманы Мөхтәр, тештәрен ыржайтып ҡырын-мырын ҡараны.Эсендә бүреләр олоған Аҡбеләкте Ҡашҡар уйнарға саҡырҙы:-Әйҙә баҫтырышып уйнайыҡ.-Уйнағым килмәй, асыҡтым, эсем ауырта шул.Әсәһенең һөтөнә туҡ, тумалаҡ Ҡашҡар, аслыҡтың нәмә икәнен белмәгәс, яңы дуҫы эргәһендә һикерәңләне туҡтауһыҙ.Гөлшат Аҡбеләккә бер туҫтаҡ һөт ҡойҙо. Асыҡҡан көсөк моронон һөткә сумыра-сумыра, сәсәй-сәсәй, теле менән сәсрәтеп , ашығып тамаҡ туйҙырырға тотондо. Шул тиклем тәмле микән әллә, тип көнләшеп Аҡбеләкте күҙәтеп торған Ҡашҡар һөткә моронон тейҙереп ҡарағас:-Абау, тәмһеҙлеге! Нисек эсә шуны? Әсәйемдең һөтө йылы ла, татлы ла,-тип китеп барҙы. “Аслыҡтың әсәһе булмағанлығын” белмәй ине әле ул, бәләкәй ҡорһағында бүре балаларын сыйылдатып ҡарамағас.Бергә үҫте улар. Әммә Ҡашҡарҙың боттары оҙонораҡ, ҡолаҡтары текә, ә ҡойроғо атаһыныҡы һымаҡ төйөрөлөп кенә тора. Ә Аҡбеләктең ҡолаҡтары әйтерһең дә сиған кеүек көс еткеһеҙ алҡалар тағып йөрөүҙән һәлберәп бөткән, кәүҙәһе лә артыҡ үҫмәне, ә ҡойроғон күпме генә төрөп ҡарамаһын,ерҙән һөйрәлде. Ҡашҡар күпме өйрәтһә лә, уныҡы һымаҡ ҡусҡар итә алманы.Гөлшаттың олатаһы- һунарсы Талип бер көндө бөтә эттәрен дә алып һунарға сыҡты. Аҡбеләкте лә һынап ҡарарға ваҡыт еткән. Иң алдан Мөхтәр бара, ул һәр һуҡмаҡты, һәр ҡыуаҡты белә, артынан Ҡашҡарын эйәртте. Ҡалышмайым тип, ҡыҫҡа аяҡтары менән Аҡбеләк тә арттарынан туйтанлай. Ә сабыр Аҡтүш иң арттан шым ғына, үҙ ыңғайына саба.-Шымығыҙ...-Мөхтәр туҡтай. Ҡашҡар ҡолаҡтарын ҡайсылап ергә боҫа. Ҡараһалар, күл ситендә генә бәпкәләрен эйәртеп ҡыр өйрәге йөрөй. Хужаһының өйрәккә тоҫҡаған мылтығын күргәс, Аҡбеләккә меҫкен ҡош йәл булып китте. Үҙе әсәһеҙ үҫкәнгәме, бәпкәләрен йәлләне ул был мәлдә. Ул бөтә көсөнә өрөп күлгә йүгерҙе. Был тауышҡа ҡыр өйрәктәре “быжҡ-быжҡ” килеп тирә-яҡҡа осоп бөттөләр, бәпкәләре ҡамыш араһына боҫто.Мохтар ярһып Аҡбеләккә килеп йәбеште. Талип олатай туҡтатмаһа, уны өҙгөсләп ырғытыр ине. Ҡашҡар ҙа:-Эшкинмәгән!- тип мыҫҡылламай ҡалманы.-Һунар эте түгелһең шул, йә ярай, бошонма. Гөлшат менән һыйыр ҡаршыларһың, өй тирәһенә лә күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк,- тип башынан һыйпаған хужаһына ҡойроғон болғап рәхмәт уҡыны “һунарсы”.Үҙ ғүмерендә бер бөжәкте лә үлтермәгән, моронона килеп ҡунған күбәләкте лә ҡурҡытмаған эткә бөтә йән эйәләре лә йәл ине. Шул көндән алып улар Гөлшат менән һыйыр ҡаршыланы. Һуңға ҡалып тауҙан төшмәй йөрөгән малдарҙы Аҡбеләк һә тигәнсе өркөтөп ҡыуып алып ҡайта. Шул арала ҡыҙыҡай менән баҫтырыш, йәшенмәк уйнарға ла өлгөрәләр. Гөлшат ырғытҡан таяҡты тешләп алып килһә, тегенеһе шатлығынан этен ҡосаҡлап ярата, наҙлап һыйпай. Бәпкәләрҙе ҡарсығанан һаҡлап үлән араһында ятҡанда улар серләшеп тә алалар. Гөлшат башҡа бер кемгә лә әйтмәгән серҙәрен Аҡбеләккә генә сисә. Хыялдары менән уртаҡлаша. Уларын ҡолағына ғына шыбырлай. Уның тынынан алҡа-ҡолаҡтарҙың ҡытығы килә лә башын һелкергә тотона эт. Гөлшат һыны ҡатып көлә. “Был ҡыҙға исемде дөрөҫ ҡушҡандар, ул бит гел шат”-тип уйлай Аҡбеләк. Олатаһы тәүҙә яратып етмәһә лә, ейәнсәренә иптәш тә, ярҙамсы ла булған этте ул да яҡын күрҙе.Ә Ҡашҡар бик шәп һунарсы булып үҫте. Атаһы өйрәткәндең бөтәһен дә мейеһенә һеңдереп барҙы. Үрмәксенән күрмәксе , ҡайһы берҙә унан да сосыраҡ булды. Талип олатай эте менән ғорурланды. Мөхтәргә лайыҡ алмаш үҫеүенә һөйөндө.Күршенең тауығы ла күркәләй, тип көнләшкән, үҙенеке “илдекенән илеләй артыҡ” булыуын теләгән Ҡара Ҡоромбәткә генә был оҡшап етмәне. Берәй ауылдашының алмағасы балланып бешкән алмаларға төрөнөп ултырғанда ҡапыл ҡороп, ҡыу ағасҡа әйләнеүе лә Ҡоромбәттең намыҫында булды.... Таң атып килә. Сираттағы һунарға йыйынған эттәр ихатала сабыр ғына хужаларын көтә. Аҡбеләк тә ояһы эргәһендә тирә-яҡты күҙәтә. Ана, урам буйынан бер кеше үтеп китте. “Ҡайһылай изге йән. Ҙур һыныҡ икмәк ырғытып китте был ҡапҡа аша. Араһына тыҡҡыслаған тәмлекәстәре лә бар.Гөлшат та мине көн дә шулар менән һыйлай. Тик улар ҡағыҙ тышлы , әрсеп ашарға кәрәк, ә бында әҙер, икмәк араһына ҡыҫтырылған.”Шатлығы эсенә һыймай, теге әҙәмгә рәхмәттәр уҡый-уҡый, Аҡбеләк икмәктең яртыһын һыйпап та ҡуйҙы. “Гөлшат биргән тәмлекәстәр былай әсе түгелсе...Ә былар ашҡаҙанға тамаҡты йыртып төштө... ут...ут яна эсемдә....нимә булды уй....эсем яна...һыу, һыу эсергә кәрәк тиҙерәк...”Сыйылдаған тауышҡа Ҡашҡар килеп етте. Икмәктең ҡалған яртыһын эләктерергә туп-тура килгән дуҫына Аҡбеләк, “Килмә”-тип, эсенең ялҡын булып яныуын да онотоп, аҡ төймәле ҡалған икмәк өҫтөнә барып ятты тиҙ генә. Ҡашҡар асыуланып өрөргә тотондо. Был тауышҡа өйҙән олатаһы менән Гөлшат килеп сыҡтылар. Күҙе аларып, ауыҙынан күперектәр килгән меҫкен Аҡбеләк, уларҙың килеп етеүе булды, эсендәге ялҡынға сыҙай алмай, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, сыйылдап сығып сапты. Уның аҫтындағы бер-нисә аҡ төймәле икмәк киҫәген күргән Талип олатай эштең нимәлә икәнен аңланы.-Эх, харап итте этекәйҙе.Тыҡырыҡҡа инеп киткән Ҡоромбәттең ҡара салғыйы ла, йылан ҡойроғолай һөйрәлеп, эйәһенең артынса юғалды.-Ҡыҙым, бар ҡатыҡ сығар, эсереп ҡарайыҡ.Аҡбеләк өйҙө уратып сыйылдап йүгерҙе лә йүгерҙе. Сыҙаша алмай, кәртә аша баҡсаға инеп унда сабыуланы. Ергә ятып тәгәрләй-тәгәрләй, аҡ беләге менән морононан нимәнелер соҡоп сығарырға маташты. Йәнасыҡҡа йылғаға барып төштө, теле менән бер-ике уртланы ла, лысма һыу булып тағы урам буйлап саба башланы. “Эсем яна...ҡотҡарығыҙ...эсем яна...” Хәле бөтөп хужаһы эргәһенә килеп йығылған эттең ауыҙын ҡайырып асып ҡатыҡ эсереп ҡаранылар, әммә теге аҡ төймәләр үҙенең ҡара эшен эшләп өлгөргәйне инде. Гел йылмайып йөрөгән Гөлшатының илап буҫлыҡҡан йөҙөн күргән Аҡбеләк “Илама”-тигәндәй, бөтә көсөн йыйып уға ҡарап йылмайҙы ла, күҙҙәрен йомдо.-Аҡбеләк тип түгел Аҡйөрәк тип исем ҡушырға кәрәк булған икән дуҫыңа, ҡыҙым,- Талип олатайҙың да күҙҙәрендә йәш ине.Ҡашҡарҙы үлемдән ҡотҡарған оло йәнле этте Мөхтәр менән Аҡтүш тә хөрмәтләп оҙаттылар һуңғы юлға.Йондоҙло күккә йәшле күҙҙәрен төбәгән Гөлшатҡа олатаһы:-Аҡ йөрәкле йән эйәләре, ҡыҙым, үлмәйҙәр, улар йондоҙ булып күккә күтәрелә.Шул ваҡыт һауала бер бәләкәс кенә һуңғы таң йондоҙо йымылдап ҡуйҙы. Гөлшат уға ҡарап йылмайҙы.
Әлиә Саматова
Читайте нас: