Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2020, 18:30

Ҡарбуз һайлай беләһегеҙме?

Тап ошо мәлдә ҡарбуз ашап ағыуланыу осраҡтары арта. Ағыуланыуҙың төп сәбәбе – нитрат кимәле юғары булыуҙа.

Тап ошо мәлдә ҡарбуз ашап ағыуланыу осраҡтары арта. Ағыуланыуҙың төп сәбәбе – нитрат кимәле юғары булыуҙа. Емеште үҫтергәндә ашлама составында азот кислотаһының тоҙон ҡулланалар. Һөҙөмтәлә ҡарбуз һәм ҡауын тиҙерәк, ваҡытынан алда, өлгөрә. Әммә ашламала сама белмәү кеше сәләмәтлегенә зыян килтереүе ихтимал.Татлы еләкте тәү сиратта ҡулға алып, күтәреп ҡарағыҙ. Ул ауыр, ҡаты булырға тейеш. Туҡылдатып ҡарау ҙа ярҙамға килер. Ҡарбуз зеңкелдәп торһа, тимәк, бешкән. Өҙөлгән һабағының ҡороған булыуы, ҡабы­ғындағы һары таптар ҙа – өлгөргәнлек билдәһе.Шулай ҙа һатыусынан белешмә һорарға онотмағыҙ. Ул мотлаҡ республика бел­гес­тәренеке булырға тейеш. Емештең бер килограмына тура килгән нитрат кимәле алтмыш миллиграмдан да артмаҫҡа тейеш.Күптәр, ҡарбузды яһалма ҡыҙарталар, ти. Белгестәр фекеренсә, был дөрөҫлөккә тап килмәй. Буяу ҙур сығымдар талап итә.Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге­нең Башҡортостан буйынса филиалы лаборато­рияһы мөдире Диана Уразбахтина бына ниндәй кәңәштәр бирҙе:– Ҡарбуз-ҡауын өлгөргән миҙгел август-сентябрь айҙарына тура килә. 90 процент һыуҙан торған гигант еләкте йыш ҡына химикаттар менән тултыралар, яһалма ҡыҙартыу осраҡтары ла теркәлә. Еләктә химик матдәләрҙең күплеген ябай ғына ысул менән тикшереп ҡарарға мөмкин. Бер стакан һыуға бер-ике ҡалаҡ ҡарбуз иҙмәһе һалабыҙ. Һыу шунда уҡ ҡыҙғылт-алһыу төҫкә инһә, ҡарбузда химикаттар күп тигәнде аңлата, әгәр һыу төҫөн үҙгәртмәй, бер аҙ томаланһа, еләкте ҡурҡмай ашарға ярай.Беҙҙең лабораторияла тикшерелгән ҡарбуз һәм ҡауындар партияһына протокол яҙып бирәбеҙ. Һатып алғанда шул белешмәне һорағыҙ. Унда нитраттар кимәле аныҡ күрһәтелгән була.Эйе, Диана Ринат ҡыҙы хаҡлы. Һатыусы ситтән алып килгән тауарҙың сифатын дәлилләгән махсус документтар юлларға тейеш. Әммә күпселек осраҡта улар быны эшләмәй. Һөҙөмтәлә һатып алыусы отола.Тағы ла белгестәр ҡарбуз һәм ҡауынды июль аҙағында, август башында ғына һатып ала башларға кәңәш итә. Лаборатор тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, иң хәүефһеҙе – сиктәш Ырымбур өлкәһенән алып киленгән емештәр.
Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА
Читайте нас: