Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2020, 23:30

Тәмле ҡоймаҡ

Гөлназ Ишемғолованан тәмле ҡоймаҡ рецепты.

1 литр йылымыс һөткә (һыу кушһаң да була) 1аш ҡалағын тултырмай ҡоро сүпрә, 3 йомортҡа, 8 аш ҡалағы манный ярмаһы, 1 балғалаҡ тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы көнб. майы, самалап он ҡушып туғырға, аҙаҡ йылы урынға ултыртып торорға кәрәк.
Ҡамыр матур ғына булып ҡабарып сыҡҡас, табаны майлап бешерергә генә ҡалды. Теләйһегеҙ икән, ҙур итеп бешерегеҙ. Ҡамырына көнб. майы һалһам да, барыбер табаны ла әйләнгән һайын майлайым. Сәйегеҙ тәмле булһын!
Гөлназ Ишемғолова.
Читайте нас: