Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 16:10

Сейәле май

Башта майҙы иретеп, һары май (топленое) әҙерләп алабыҙ. Унан сейәне йыуып, таҫтамалда һыуынан киптереп алабыҙ. Май кескәй һыуынғас, бал ҡушып (яҡынса 5л майға 5 ҡалаҡ), унан сейәне ҡушып ағас ҡалаҡ мн болғайбыҙ. Май һыуынып бөткәс, холодильникка ҡуйырға.

Был сейәле йәки башҡа емешле май бик тәмле булһын өсөн, мотлаҡ үтәлә торған серҙәре бар. 1). Һары майҙың күләмен сейәнән йәки башҡа емештән 2 тапҡырға күберәк алырға кәрәк;2). Май мотлаҡ ҡайнап торорға тейеш;3). Ҡайнап торған майҙы емешкә ҡойғас та, ҡапҡас ябып томалап ҡуйып, яйлап һыуынғанын көтөргә.4). Шәкәр, емешкә ҡайнар майҙы ҡойоп болғатыр алдынан һалына, ул тулыһынса иреп емешле майҙың тәмен көсәйтә. Ә балды иһә ҡайнар май емешкә ҡойолоп, болғатылып, ярты һыуынғас ҡына һалаһың. Был балдың ҡиммәтле, файҙалы матдәләрен һаҡлар өсөн эшләнә. Әммә емешкә икеһенең береһен генә: йәки шәкәр, йәки бал ғына һалаһың. Икәүһен дә һалһаң ныҡ татлы, приторный була.
Читайте нас: