Ҡалала ике фатир алыштырғандан һуң Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирүзә Париж, ниһайәт, электән килгән хыялын тормошҡа ашыра: торлағын һатып, ҡала ситенән айырым йорт ала. «Хыял өйө»нөң башҡа геройҙарынан айырмалы рәүештә, Фирүзә ханым әҙер өйгә өҫтөнлөк бирә: «Йорт һалып инһәң, бәлки, осһоҙораҡтыр. Ләкин мин көтөргә теләмәнем. Үҙ йортомда бөгөн һәм хәҙер йәшәгем килде», – ти артистка.
Шулай итеп, башҡорт эстрадаһының сибәр һәм үҙенсәлекле йырсыһы Фирүзә Париж Нуғай (Нагаево) ҡасабаһында өй туйлай. Йорттарҙы ул ҡалаға яҡын төрлө ҡасабаларҙан ҡарай. Иң ҡулайлыһы һәм яҡыны тип Нуғайҙы һайлай. Йырсының ағаһы ла ошонда төпләнгән. Өфөгә килеп етеү ваҡыты – 15 минут. Билдәле булыуынса, Фирүзә күптән руль артында. Машинала йөрөү – ҡаланан ситкә күскәндәр өсөн мотлаҡ шарттарҙың береһе ул.
– Балаларҙы мин ҡала фатирында үҫтерҙем. Ҡыҙым буй етеп, ситкә китте, тормошҡа сыҡты. Миңә иһә тәбиғәт, тыныслыҡ кәрәк ине. Кемделер көтөп ултырып булмай, ғүмер үтә, тормош алға тәгәрәй. Ә хыял тик һаман хыялда ғына... Тәүәккәлләнем һәм барыһын да тормошҡа ашырҙым. – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша йырсы.
Фирүзә Париж бер ҡатлы йортто һайлай. Уның эсендә бөтә инженерлыҡ коммуникациялары үткәрелгән, башлыса йорттарҙы хәҙер шулай һаталар. Тик ишектәр ҡуйыу, обой йәбештереү хужаның үҙенә ҡалдырылған.
– Әҙер йорт алған ваҡытта эргәңдә яҡшы ярҙамсы кәрәк. Минең өсөн ул – риэлтор хеҙмәте. Беҙ ун йыллап үҙ эшенең оҫтаһы булған бер риэлтор менән эшләйбеҙ. Ул Алланан ҡурҡа торған ышаныслы, ғәҙел кеше. Миңә ҡала фатирҙарын да һатып-һатышып бирҙе. Ошо йортто алғанда ла ярҙамы ҙур булды, – ти Фирүзә.
– Әҙер йорт менән үҙең һалған өй араһында айырма, һис шикһеҙ, уның хаҡына барып тоташа, тинең?
– Үҙең һалһаң, оҙағыраҡ, ләкин осһоҙораҡ. Аҡсаң булғанда ғына эшләйһең бит инде. Әҙер йортто һатҡан кешеләр үҙенә файҙа сығармаһа, уны төҙөп тә тормаҫтар ине, минеңсә. 500 меңдән бер миллионғаса үҙҙәренә файҙа сығалыр, тип уйлайым. Бизмән ике яҡлы, бөтәһенә лә ваҡыт һәм аҡса кәрәк.
– Йортто һайлағанда нимәгә иғтибар бирҙең?
– Урамы тыныс булһын, машиналар үтеп йөрөмәһен, тип теләнем. Беҙҙең йорт артында – урман, Ағиҙел йылғаһы. Иртән ҡоштар һайраша, кәкүк саҡыра, бер һүҙ менән әйткәндә – хөрриәт! Мин хатта кешелә, ҡала йортонда йоҡларға ҡалмайым хәҙер.
– Шәхси йортҡа башлыса ир-егет ҡулы кәрәк. Ә һин уны яңғыҙ алырға йөрьәт иткәнһең?
– Шулай тигәстәр, башта гел ҡурҡтым. Мин булдыра аламмы, тип үҙ-үҙемә һорау бирҙем. Шунан тынысландым, ҡатын-ҡыҙҙың булдыра алмаған эше бармы? Кем әйтте, беҙҙең ҡулдан килмәй, тип. Хәҙер барыһы ла яҡшы. Йортом булғанға ғорурланам хатта.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: Фирүзә Париж күптән үҙ аллы «йөҙөүҙә». Ул, бынан дүрт-биш йыл элек театрҙы ҡалдырып, үҙенә эшләүсе артистар исемлеген тулыландырҙы. Тик донъялар ҡапыл былай үҙгәрер, тип кем уйлаһын?
Коронавирус шарттарында ихтыяж менән файҙаланмаған һөнәрҙәр араһында күпселекте тап сәнғәт өлкәһе алып торҙо. Артистар бындай боролошҡа әҙер түгел ине, әлбиттә. Улар араһында бөгөн емеш-еләк һатыусылар ҙа, Себергә сығып киткәндәр ҙә бар. Фирүзә Париж кеүек булдыҡлы ҡатындар иһә интернетта бизнес-аккаунт алып барыу тәжрибәһен өйрәнә, махсус курстарға яҙыла, SMM-щик һөнәрен үҙләштерә. Заман кәсебенә ул Мәскәүҙә ваҡытлыса эшһеҙ ҡалған ҡыҙы Нәркәсте лә йәлеп иткән.
– Кәрәк булғас, видеомонтажды ла өйрәнергә тура килде. Артист булыуым ныҡ ярҙам итә. Бөгөн бөтә эшем интернетҡа ҡоролған – проекттар алып барам. Заказдар етерлек. Хатта йырсылар ҙа үҙҙәренең ижады менән хәҙер социаль селтәрҙәр аша таныштыра. Телевизор ҡарап ултырырға ваҡыт юҡ. Бөтә кеше телефонға тексәйгән бит. Унда тексәйергә генә түгел, хатта аҡса эшләргә кәрәк.
– Баҡсала нимәләр үҫтерәһең, Фирүзә ханым?
– Нуғайҙың ере бик үк уңдырышлы түгел икән, балсыҡлы. Көндөҙ ер кибә, сәскән йәшелсә йүнләп үҫмәй. Уны ла йәшәй-йәшәй тәжрибә туплап өйрәнәһең. Тәүге йылы тик картуф ҡына булды, хәҙер бөтәһен дә сәсәбеҙ, емеш-еләк ағастарын күп ултырттыҡ. Тик ҡара тупраҡ кәрәк. Киләһе йылдарҙа ошо эш менән булышырмын, тим. Баҡсама ҡара ер түгеп, ашлап алырға ниәтем. Шунан була инде мул уңыш!
– Йорт алғанһың икән, уны ҡарау, төҙәтеп тороу өсөн даими аҡса сығанағы ла кәрәк. Дәүләт эшенә кире ҡайтырға теләгең юҡмы?
– Ундай уйым юҡ. Иректе бер татыған кешене ситлеккә бикләп булмайҙыр ул. Элек нисек ине? Кешеләр бәләкәй генә табыш сығанағы булған эшен дә ҡалдырырға ҡурҡты. Ошонан башҡа ҡайҙа барам мин, тип уйланы. Ә мин – маҡсатлы ханым. Бер ҡапҡа ябылһа, икенсеһен асам. Тырышҡан кешегә ғаләм үҙе ярҙамға килә бит ул. Йырсы эшен дә ҡалдырмайым, туйҙарҙа ла, интернетта ла әүҙем эш алып барам. Яҙылыусылар һанын арттырыу өҫтөндәмен. Ул бит – үҙеңдең ижадыңды күрһәтеү, бизнес алып барыу өсөн бер майҙансыҡ.
– Хәҙер аңлайым, ни өсөн йорт алыу ҙа һинең өсөн бер маҡсат булғанын. Тимәк, бер урында тапанырға яратмайһың? Йортоңда ла әле эшең күп, тағы ниндәй ниәттәрең бар?
– Йорт һатып алғас, планһыҙ булмай, әлбиттә. Өйөмдө мин тәү сиратта үҙем йәшәрлек итеп, үҙемә килештереп эшләп аласаҡмын. Беҙҙә электән шундай ҡалып йәшәй бит: ҡунаҡ өсөн матур һауыт-һаба тотоу, кеше килһә тип, башҡа теләгеңде сикләү. Ә үҙең өсөн ҡасан йәшәргә һуң? Йортомда аш-һыу һәм ҡунаҡ бүлмәләре бергә ҡушылған. Иркенлекте үҙ итәм. Ҡала фатирында ла балкон менән аш-һыу бүлмәһен бергә ҡушып алғайным. Кеше килһә, ҡалайтаһығыҙ, тигән һорауға, был минең өйөм, тәү сиратта миңә йәшәргә бында, тип яуап бирәм. Барыһына ла урын етә, йоҡо бүлмәләре генә өсәү. Килгән кешегә ишегем асыҡ, – ти Фирүзә ханым.
Ҡатын-ҡыҙ булдырмаған эш бик һирәктер. Етәкселек итә, машинала йөрөй, йорттар ала... Хатта өй һалып сығырға баҙнат иткән ҡатындар аҙмы ни? Шундайҙарҙың береһе – Фирүзә Париж, ике балаһына үрнәк булырҙай әсә, һәләтле йырсы, сибәр ҡатын һәм тәүәккәл кеше. Хыялдар ҙа тәүәккәлдәрҙе ярата шул.
"Башҡортостан ҡыҙы" төркөмөнән.