Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 16:55

Ҡышҡа әҙерләнәбеҙ: ҡайнатабыҙ, тоҙлайбыҙ

Баҡсаһы булғандар ҡышын ҡояшлы көндәрҙә үҫтергән еләк-емеш, йәшелсә менән өҫтәлен тултыра. Ләкин уға тиклем банкаларын тултырыр кәрәк. Бөгөн беҙ һеҙгә тәмле салат рецептарын тәҡдим итәбеҙ.

“Ҡыш батшаһы” салаты
5 кг ҡыяр, 1 кг башлы һуған, 300 г укроп, 100 мл аш һеркәһе (9 процент), 5 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ һәм бер аҙ ҡара борос. Ҡыярҙы яҡшы итеп йыуырға, бер аҙ һалҡын һыуҙа тотоп алырға мөмкин. Һуғанды ла, ҡыярҙы ла ярым түңәрәк итеп турарға, бер аҙ тоҙ өҫтәп, ярты сәғәткә ҡалдырып торорға. Укропты ваҡ итеп турарға. Ҙур кәстрүлдә шәкәр һәм боросто, һеркәне бергә бутарға. Ҡыяр менән һуғанды ҡушып, барыһын бергә бутағандан һуң, талғын утҡа ҡуйып, болғата-болғата ҡайнатып сығарырға. Ҡыярҙың төҫө бер аҙ үҙгәргәс, уттан алып, маринадты йәшелсәнең өҫтөн ҡапларлыҡ итеп стерилләнгән банкаларға тултырырға. Шунан ҡапҡастарын нығытып ябып, банкаларҙы түңкәреп, һыуынғансы таҫтамалға урап ҡуйығыҙ.
10 минутлыҡ салат
1 кг кәбеҫтә, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 1 кг татлы борос, 1 кг помидор, 5 балғалаҡ тоҙ, 5 ҡалаҡ шәкәр, 1 стакан көнбағыш майы, 1 стакан аш һеркәһе. Бөтә йәшелсәләрҙе лә оҙонса итеп турап, көнбағыш майы, аш һеркәһе ҡушып, шәкәр, тоҙ өҫтәп, ныҡлап болғатырға һәм 1 сәғәткә ҡалдырып торорға. Һуңынан утҡа ҡуйып, ҡайнап сыҡҡандан һуң 10 минут бешерергә һәм банкаларға тултырып, ябырға.
“Классика” икраһы
Бының өсөн 3 кг ҡабаҡ. 2 кг помидор, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 2 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы аш һеркәһе, 0,5 г көнбағыш майы кәрәк. Йыуып, таҙартылған йәшелсәләрҙе ит тартҡыстан сығарып, тәмләткестәр һалып, 1,2-2 сәғәт бешерергә. Стерилләнгән банкаларға тултырып, өҫтөн ябырға.
Ҡышҡылыҡҡа борщ
1кг кәбеҫтә, 0,5 кг кишер, шул уҡ күләмдә һуған, 0,8 помидор, 0,5 кг болғар боросо, 0,8 ҡыҙыл сөгөлдөр, 120 мл көнбағыш майы, 50-60 мл аш һеркәһе, 2,5 аш ҡалағы шәкәр һәм шул уҡ күләмдә тоҙ кәрәк. Укроп, петрушка, хуш еҫле борос, лавр япрағын тәменә ҡарап ҡушырға мөмкин. Барлыҡ йәшелсәләрҙе оҙонса турарға. Помидор, һуған, боросто ваҡларға. Кишер һәм сөгөлдөрҙө ит тартҡыстан үткәрергә. Йәшелсәләрҙе кәстрүлгә һалып, көнбағыш майы, шәкәр, тоҙ өҫтәргә. Кәстрүлде утҡа ҡуйып, ҡайнатып сығарырға һәм 40-45 минут бешерергә. Тәмләткестәрҙе ҡушып, тағы аҙаҡ бешерергә. Әҙер борщты банкаларға тултырып, тимер ҡапҡастар менән ябып, баш түбән әйләндереп, йылы одеял менән ҡаплап ҡуйырға. Бер тәүлектән һуң һалҡын урынға ултыртырға.
Читайте нас: