Әле кибеттәрҙә абрикостар тулып ята, хаҡтары ла әллә ни ҡиммәт түгел. Бик булмаһа, әйҙәгеҙ, ҡайнатма әҙерләп алайыҡ.
Ҡайнатма өсөн тығыҙ, бешәр -бешмәҫ абрикостар алабыҙ, йомшаҡтары бармай, иҙеләсәк. Абрикостың эсендәге төшөн алып дүрт өлөшкә бүләбеҙ.
Бер кг шәкәргә бер бокал һыу һалып, яҡшылап сироп ҡайнатабыҙ һәм шул сиропҡа абрикостарҙы, бер телем генә лимон киҫәге һалып, саҡ ҡына болғатабыҙ ҙа һүндереп, һыуытырға ҡуябыҙ. Һыуынғас яңынан биш минут ҡайнатабыҙ ҙа һүндерәбеҙ. Шулай дүрт тапҡыр һыуытып ҡайнатып алабыҙ. Күбеген алырға онотмағыҙ. Һуңғы тапҡыр ҡайнатҡанда утта оҙағыраҡ тоторға кәрәк, сама менән 10-15 минут тирәһе. Һыуынғас банкаларға тултырабыҙ.
Бик тәмле килеп сыға, абрикостары иҙелмәй, ҡайнатма ҡуйы була.
Бер кг абрикосҡа бер кг шәкәр һәм бер бокал һыу һалына. Иң мөһиме, сиропты яҡшылап ҡайнатырға кәрәк.
Фото: https://pixabay.com/