Яйыҡ
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 16:00

Алманан тәмле ҡайнатма

Алманың ҡабығын әрсеп, үҙәген алғас, башта ике, унан дүрт киҫәккә бүлергә лә 5-6 миллиметр ҡалынлығында арҡырыға турарға. Алма ҡараймаһын һәм ҡайнатманың төҫөн боҙмаһын өсөн уларҙы сәй содаһы һалған ҡайнар һыуҙа 3-5 минут тоталар.

Алманың ҡабығын әрсеп, үҙәген алғас, башта ике, унан дүрт киҫәккә бүлергә лә 5-6 миллиметр ҡалынлығында арҡырыға турарға. Алма ҡараймаһын һәм ҡайнатманың төҫөн боҙмаһын өсөн уларҙы сәй содаһы һалған ҡайнар һыуҙа 3-5 минут тоталар.Бер үк ваҡытта шәкәр сиробы ла әҙерләнә. Әҙер сиропҡа алманы һалып ҡайната башлайҙар. Алмаға ҡәҙәр сиропҡа ҡайнар һыу менән бешекләнгән һәм ике сантиметр киңлектә туралған сейә япрағы төшөрөргә була. Ҡайнатманы 5-6 минут утта тоталар ҙа һыуыталар, унан яңынан 5 минутҡа утҡа ҡуялар ҙа йәнә һыуыталар. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлайҙар. Алма барлығы 15-20 минут ҡайнарға тейеш. Әҙер ҡайнатма һары гәрәбә төҫөндә, ҡуйы, алмалары таралмаған булырға тейеш.1 килограмм алмаға 300-400 грамм һыу, 1,3-1,5 килограмм шәкәр ҡомо, 200 грамм сейә япрағы алына.
Фото: Ирекле сығанаҡтан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас в