Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 13:20

Бәшмәк ашып ағыуланғандар

Ошо көндәрҙә бәшмәккә бәйле фажиғә Әбйәлил районында теркәлде.

Ямғырҙан һуң урманда бәшмәктәр тыпырҙашып сыҡты. Халыҡ уларҙы йыйырға ашыҡты. Әммә, ҡайһы берәүҙәр, бәшмәктәрҙең барыһы ла ашай торған түгел, икәне тураһында онотоп ебәрә. Ошо арҡала ағыуланыу осраҡтары ла йыш күҙәтелә. Ошо көндәрҙә бәшмәккә бәйле фажиғә Әбйәлил районында теркәлде. 10 августа Асҡар ауыл биләмәһендә йәшәүсе ғаилә бәшмәк ашап ағыуланыуы арҡаһында дауаханаға эләккән. 1991 йылғы ғаилә башлығы һәм 3 йәшлек улы әле ауыр хәлдә дауаханала, ә 6 йәшлек ҡыҙыҡай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Ашығыс ярҙам" машинаһы килеп еткәнсе үк йән биргән.
Читайте нас: