Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 14:00

Башҡортостан еңеүсе

Башҡортостан Республикаһы Милли технологик башланғыс (МТИ) программаһының Түңәрәктәр хәрәкәте Олимпиадаһының яңы профилдәр булдырыуға заявкалар конкурсында еңеүсе булды.

Башҡортостан Республикаһы Милли технологик башланғыс (МТИ) программаһының Түңәрәктәр хәрәкәте Олимпиадаһының яңы профилдәр булдырыуға заявкалар конкурсында еңеүсе булды. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса яңы профиль – “Яңы материалдар” асыласаҡ.
Конкурсҡа әҙерлек һәм тейешле ғаризалар биреүҙе ойоштороу операторы булып республиканың “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге торҙо. Бынан тыш ҙур ярҙамды Өфө дәүләт нефть техник һәм Башҡорт дәүләт университеттары ла күрһәткән. “Яңы материалдар” профиле буйынса МТИ Олимпиадаһын үткәреүҙең стратегик партнерҙары булып төбәк предприятиелары – “НВП-БашИнком” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “ПОЛИЭФ” ойошмаһы һәм “Фармстандарт – УфаВита” асыҡ акционерҙар йәмғиәте торасаҡ.
Ойоштороусылар фекеренсә, әлеге профиль буйынса МТИ Олимпиадаһы финалында сиселәсәк бурыстар ҙур ғәмәли әһәмиәткә эйә һәм сәнәғәт кимәлендә химик объекттарҙың һәм көнкүреш масштабында оператив сифат контроле технологияларын диджитилизациялау буйынса дөйөм донъя тенденцияларына бәйләнгән.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: