Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 14:05

Элвин Грей Виллины юҡҡа сығарҙы...

Элвин Грей псевдонимы аҫтында йырлаған билдәле йырсы, Башҡортостан һәм Татарстан эстрадаһы йондоҙо Радик Юлъяҡшин менән “Вилли” ҡушаматлы Вилдан Шәмсетдинов араһындағы низағ дауам итә.

Элвин Грей псевдонимы аҫтында йырлаған билдәле йырсы, Башҡортостан һәм Татарстан эстрадаһы йондоҙо Радик Юлъяҡшин менән “Вилли” ҡушаматлы Вилдан Шәмсетдинов араһындағы низағ дауам итә. Тәүҙә егеттәр социаль селтәрҙәр аша бер-береһенә төрттөрөшә ине, хәҙер эш бигерәк ҙурға китте.
Шулай итеп, хәҙер Вилдан “Элвин Грей” лейблы аҫтында сығыш яһай алмаясаҡ. Был турала Радик Инстаграмда белдерҙе.
– Мин һәм командам ҡайһы бер кешеләрҙең ысын йөҙөн күрҙек. Бер нисә көн элек интернетта килеп сыҡҡан сәйер видео күреп аптыраныҡ. Вилдан Шәмсетдинов үҙен проекттан азат кеше тип атаны, – тип яҙа Радик.
Радик Юлъяҡшин белдереүенсә, бынан ары Вилданға концерттарҙа үҙенең бөтә репертуарын башҡарыу тыйыла, ул бөтә ротацияларҙан алып ташланған. Был ғына түгел, хәҙер “Вилли” ҡушаматы ла уныҡы түгел.
Йондоҙло йырсыбыҙ концерт ойоштороусыларҙы ла киҫәтеп ҡуйҙы: был артисты концерттарға саҡырыу закон боҙоу һәм бының өсөн бик ҙур штрафтар ҡаралған. Уның күләме һәр сығыш өсөн 5 миллион һумға тиклем барып етеүе ихтимал.
Был турала анығыраҡ итеп Радик киләһе сығыштарында һөйләргә вәғәҙә бирҙе.
Радик менән Вилли араһында низағтар Вилдан Гөлназ Асаева менән никахлашҡас тыуа башлағайны. Тәүҙә Радик был егеттең уның күсермәһен яһауҙа ғәйепләне, хәҙер иһә уны бөтөнләй “юҡ итергә” булған.
Әйткәндәй, шуныһы ҡыҙыҡ: был туралағы яҙма аҫтында кешеләрҙең күпселеге тап Вилли яҡлы. Ә Радиктың сираттағы тапҡыр тауыш ҡуптарыуын берәүҙәр пиар тиһә, икенселәр ул Гөлназды көнләшеп шулай итә тигән фекерҙә.
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: