15 август Ирәмәлдә экологик акция үтә.Ирекмәндәр Николаевка ауылынан тауҙың түбәһенә илткән һуҡмаҡты сүп-сарҙан таҙартасаҡ. Өмәгә Байһаҡал, Төлөк, Яңы Хөсәйен ауылдары яғынан да сығырға мөмкин.Сараны ойоштороусылар туристарға сүпте алып китеү кәрәклеге тураһында иҫкәрткән билдәләр ҡуясаҡ.Йыйыштырыу өсөн кәрәк-яраҡ өмә урынында таратыла. Сара иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана. Өмәселәр Белорет районы Николаевка ауылының Үҙәк урамында, 69-сы йорт эргәһендә йыйыла.Экологик акцияны Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы һәм #ЙәшелБашҡортостан хәрәкәте ойоштора.Теркәлеү WhatsApp аша: 8927 969-44-94, Илнур.