Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 16:50

Коронавирус икмәге

Һуңғы ваҡытта көндәр айырыуса эҫе торҙо. Ауылда эш ҡайнай. Халыҡ дәррәү ҡоро ваҡытта нисек булһа ла тиҙерәк бесән эшләп ҡалырға тырыша. Беҙҙә шул уй менән Учалыға барып тиҙ генә ваҡ-төйәк эштәребеҙҙе бөттөк тә, тиҙерәк ҡайтыу юлына сыҡтыҡ.Юл ыңғайы Уральск ҡасабаһына туҡтап, берәй магазинға һуғылып икмәк алырға булдыҡ.

Һуңғы ваҡытта көндәр айырыуса эҫе торҙо. Ауылда эш ҡайнай. Халыҡ дәррәү ҡоро ваҡытта нисек булһа ла тиҙерәк бесән эшләп ҡалырға тырыша. Беҙҙә шул уй менән Учалыға барып тиҙ генә ваҡ-төйәк эштәребеҙҙе бөттөк тә, тиҙерәк ҡайтыу юлына сыҡтыҡ.
Юл ыңғайы Уральск ҡасабаһына туҡтап, берәй магазинға һуғылып икмәк алырға булдыҡ. Тик беҙ быға тиклем инеп йөрөгән магазиндарҙың береһендә лә икмәк булмай сыҡты. Ҡайтҡас, бешеренеп торорға ваҡыт юҡ, ваҡыт тығыҙ. Ике-өс сәғәткә бесәнгә барып ҡайтһаҡ та байтаҡ ер сабып өлөгәрбеҙ. Шулай ҙа икмәкһеҙ булмай, шул мәл ҡаршыла ғына бер магазин күҙгә салынды. Күк төҫкә буялған, бер яҡ ҡабырғаһында “Шиномантажка” тигән яҙыуы бар, ә ишек башындағы “Аҙыҡ-түлек” тигән яҙыу әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ ине, бәлки, бында икмәк барҙыр, тип шунда юлланабыҙ. Магазинға ингәндә һатыусы ҡыҙыҡай берәү менән һөйләшә ине. Мин бик ашыҡҡас, уларҙың һөйләшеп бөткәнен көтөп торманым, икмәк тураһында һорауымды бирҙем. Һатыусы ҡыҫҡа ғына итеп, юҡ тине.
Булмаһа, булмай икән, баҙарҙа ла көл күмәсе, тип уйлап ишектән сығырға йүнәлгәйнем, прилавка өҫтөндә ятҡан бик тәмле күренгән “Ромашка” исемле күмәскә иғтибар иттем. Хәҙер бит һәр нәмәнең үҙ исеме бар. Ромашка таждары ише бер-береһенә ҡушып бешерелгәнгә күрә шулай атағандарҙыр моғайын. Хаҡын һораным да, ҡыуана-ҡыуана икәү итеп алып сығып киттем. Ҡайтырға сыҡҡас: “Икмәк урынына күмәс булһа ла ярай, тәмле генә күренә. Бесәндә, исмаһам, ейәндәремде һыйлармын”, - тип иптәшемә һөйләйем. Өйгә ҡайтҡас, һатып алған аҙығымды ҡарап та тормай, һыуытҡысҡа ҡуйҙым. Бесәнгә барырға йыйынып бөткәс, әлеге күмәсте тоҡсайға һалырға булдым. Һыуытҡысты асҡан ыңғайы ауыр күк еҫе танауға бәрелеп ҡалды. Ҡамыр ризығының аҫтын әйләндереп ҡарай ҡуйҙым. Ни күҙем менән күрәм, йырҙағыса ромашкалар, ысынлап та, әллә йәшел, әллә күк йөн аҫтына йәшенгән булып сыҡтылар. Шулай итеп ризыҡты йөнләнеп күгәргәнсе тотҡандар. Етмәһә, шуның менән һатыу итәләр. Юлға китәсәк яғыулығым да, ҡәҙерле ваҡытым да йәлке түгел ине ошо минутта. Күмәстәрҙе тиҙерәк кире алып барып бирәһем килде. Ҡулымдағы күмәстәрҙе иремә күрһәтәм. Ул да минең менән ризалашты, машинаға ултырып кире Уральскиға киттек. Магазинда баяғы һатыусы үҙе эшләп тора ине. Инеү менән әлеге прилавка өҫтөнә күҙ йүгерттем. Унда мин алған кеүек икмәк ята ине. Асыуымды һиҙҙермәҫкә, үҙемде тыныс тоторға тырышып: “Һеҙгә икмәкте ҡайҙан килтерәләр?” - тип һорайым. Һатыусы матур ғына итеп: “Учалынан”, - тип яуапланы. Үҙем һатып алған, күгәргән күмәстәрҙе сығарып һатыусыға һуҙҙым: “Былар һеҙгә ҡасан килде икән? Нисә көн үткәс һеҙ уны миңә һаттығыҙ? Уны бит хатта эт тә ашамаясаҡ, ризыҡтан көлгәнһегеҙ бит”.
Әле генә матур ғына итеп һөйләшеп торған һатыусының төҫө боҙолдо, күҙҙәре ҙурайып китте. Үҙе тиҙ генә икмәкте алыштырып миңә һондо: “Ҡарамай ебәргәнмен инде”, - тине.
Яуабы тиҙ табылды. Ваҡыты үткән, иҫке аҙыҡ-түлек күҙ алдында ятырға тейеш түгелдер, моғайын. Хәҙерге мәлдә кешеләр ауыр ваҡыт кисерә, ҡурҡыныс сир – коронавирус хәүефкә һала, халыҡ ауырый. Шуның өҫтөнән байырға тырышыусы бәғзе эшҡыуарҙар иҫкергән ризыҡ һатып, кеше ағыулап, кеҫә яғын ҡалынайтырға тырышалар. Бөгөн мине алдаһалар, иртәгә башҡаларҙы төп баштарына ултыртасаҡтар. Бәлки, ошондй саҡта үҙебеҙҙе үҙебеҙ яҡларға өйрәнергә кәрәктер.
Сәбилә НӘҘЕРШИНА,
Зәйнәкәй ауылы.
Читайте нас: