Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 15:50

Өләсәй өс көн буйы ярҙам һорап ялбарған

Үткән йома ирекмәндәргә борсолоулы хәбәр килгән. Баш ҡалалағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә күршеләре өс көн буйы Даша исемле оло йәштәге ҡатындың стеналарҙы ҡағыуы һәм ҡапыл был тауыштың туҡтап ҡалыуы хаҡында хәбәр иткән.

Үткән йома ирекмәндәргә борсолоулы хәбәр килгән. Баш ҡалалағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә күршеләре өс көн буйы Даша исемле оло йәштәге ҡатындың стеналарҙы ҡағыуы һәм ҡапыл был тауыштың туҡтап ҡалыуы хаҡында хәбәр иткән.
Шәмбе ирекмәндәр өләсәйгә килгән һәм ишек төбөндә тауыш ишетелмәүенә шаһит булған. Йәкшәмбе лә ошолай хәл ҡабатланған һәм фатирҙа ут күренмәгән. Ирекмәндәр, хәүефле хәлде һиҙемләп, ҡотҡарыусыларҙы саҡырған. Бында шулай уҡ урындағы халыҡты социаль яҡлау бүлексәһе етәксеһе лә килгән, тип хәбәр итә Bash.News.
Асыҡланыуынса, оло йәштәге ҡатын ишетмәй, әммә көслө шаҡығандарын тирбәлеүҙән һиҙемләй. Ишек ҡыңғырауы ла уның яҡтылыҡ икән.
Ҡотҡарыусылар беренсе ҡатта йәшәгән ҡатынға тәҙрә аша инергә ҡарар иткән. Ә өләсәй бүлмәлә шым ғына ултырған һәм йәштәрҙең ошондай рәүешле фатирына инеүенә аптыраған. Тик бына был шатлыҡ оҙаҡҡа һуҙылмаған...
91 йәшлек Даша өләсәй күптән ирен ерләгән, уларҙың балалары булмаған. Бер туғаны уны тәрбиәләгән. Тик бына уның изгелеге ҡатындың уға фатирҙы яҙҙырырға теләмәгәнлеге хаҡында әйткәндән һуң тамамланған.
Уға ҡарау өсөн ялланған ҡатын килә башлаған. Әммә уның фатирҙа күренгән көнөнән алып, оло кеше пенсия аҡсаһын күрмәй башлаған.
Ҡатын ирекмәндәргә аяғын күрһәткән. Былтыр декабрҙә йығылған өләсәйҙең аяғына дүрт урындан операция яһалған. Тик бына уның ептәре алынмаған һәм күренеп торған. Тимәк, барыһы ла төкөрөп ҡараған оло йәштәге кешегә. Ошо хаҡта уйлаһаң, хатта ҡурҡыныс булып китә. Өҫтәүенә, оло кешенең фатирында бер ниндәй телефон булмаған, шулай итеп, бар донъя менән бәйләнеш өҙөлгән.
Өләсәй ҡыҫҡаса үҙенең тормошон бәйән иткән ирекмәндәргә. Баҡтиһәң, уның миҙалдары бар икән. Тик бына яҙмыш ҡына уның менән мәрхәмәтһеҙ ҡыланған.
Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә өләсәйгә социаль хеҙмәткәр бирергә вәғәҙә иткәндәр. Әгәр ризалығы булһа, уны оло йәштәгелр өсөн йорт-интернатҡа ла урынлаштырыуҙары ихтимал.
Фото: Bash.News.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: