Яйыҡ
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 14:00

Путиндың ҡыҙы коронавирустан прививка яһатҡан

Бөгөн донъяла беренсе булып илдә коронавирустан вакцина теркәлде. Рәсәй Президенты был ваҡиға тураһында иғлан итеп, мөһим эштә ҡатнашҡан һәр кемгә – ғалимдарға, табиптарға, инженерҙарға рәхмәт белдерҙе.Вакцина халҡыбыҙ хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк. Тәүге прививканы яһатҡан ирекмәндәр араһында Рәсәй Президенты ҡыҙҙарының береһе лә булған. Был хаҡта Владимир Путин былай тип һөйләне:- Мин был вакцинаның аденовирус векторҙары нигеҙендә яһалғанын беләм, ул яҡшыраҡ эшләй, ныҡлы, тотороҡло антиесемдәр иммунитетын барлыҡҡа килтерә. Ҡыҙҙарымдың береһе был прививканы яһатты. Тәүге көндә температураһы 38 градусҡа күтәрелде, икенсе көндә 37 градус булды. Һәм шуның менән тамам. Икенсе энәнән температураһы бер аҙ күтәрелде һәм оҙаҡламай төштө. Әле үҙен яҡшы тоя, титрҙар ҙа юғары (антиесемдәр титры – иммунитет көсөргәнеше. Титрҙар юғарыраҡ булған һайын иммунитет та оҙағыраҡ һаҡлана – ред.), - тине Президент.Хәбәр итеүебеҙсә, вакцинаны Гамалея үҙәге һәм “Биннофарм” компанияһы етештерәсәк, тәү сиратта уны табип һәм уҡытыусыларға яһаясаҡтар. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан бер нисә төбәктә вакцинациялау башланыуы мөмкин. Фото:Ufa1.ruАвтор: Дина Арсланова

Бөгөн донъяла беренсе булып илдә коронавирустан вакцина теркәлде. Рәсәй Президенты был ваҡиға тураһында иғлан итеп, мөһим эштә ҡатнашҡан һәр кемгә – ғалимдарға, табиптарға, инженерҙарға рәхмәт белдерҙе.
Вакцина халҡыбыҙ хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк. Тәүге прививканы яһатҡан ирекмәндәр араһында Рәсәй Президенты ҡыҙҙарының береһе лә булған. Был хаҡта Владимир Путин былай тип һөйләне:
- Мин был вакцинаның аденовирус векторҙары нигеҙендә яһалғанын беләм, ул яҡшыраҡ эшләй, ныҡлы, тотороҡло антиесемдәр иммунитетын барлыҡҡа килтерә. Ҡыҙҙарымдың береһе был прививканы яһатты. Тәүге көндә температураһы 38 градусҡа күтәрелде, икенсе көндә 37 градус булды. Һәм шуның менән тамам. Икенсе энәнән температураһы бер аҙ күтәрелде һәм оҙаҡламай төштө. Әле үҙен яҡшы тоя, титрҙар ҙа юғары (антиесемдәр титры – иммунитет көсөргәнеше. Титрҙар юғарыраҡ булған һайын иммунитет та оҙағыраҡ һаҡлана – ред.), - тине Президент.
Хәбәр итеүебеҙсә, вакцинаны Гамалея үҙәге һәм “Биннофарм” компанияһы етештерәсәк, тәү сиратта уны табип һәм уҡытыусыларға яһаясаҡтар. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан бер нисә төбәктә вакцинациялау башланыуы мөмкин.
Фото:Ufa1.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: