Кисәнге, 11 август, киске 6 тирәләрендә була был хәл. Росгвардия хеҙмәтенең үҙәкләштерелгән һаҡ пунктына тревога сигналы килә.. Учалы ҡалаһының Тәүтөҙөүселәр урамындағы магазинға кисектермәй наряд йүнәлтелә.
Баҡһаң, бер ир магазинда шөрөп бороу ҡоролмаһы (шуруповерт) эләктерә лә, түләмәйенсә шым ғына сығып китергә самалаҫан була. Гвардеецтар магазин янында уҡ тотто, хәмер еҫе анҡытҡан 30 йәшлек ир быға тиклем дә хөкөм ителгән булған икән. Полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә башланы.
Магазин һатыусылары үҙҙәре бурға ташланмайынса, һаҡ һөнәре эйәләренә мөрәжәғәт итеүҙәре бик дөрөҫ булғандыр – иҫерек кешенең ни ҡылырын эт тә белмәй бит инде ул, ә был бәндәнең ҡулында эш ҡоралы булһа ла, бары ҡорал....
Фотография – БР буйынса Росгвардия хеҙмәте сайтынан.