Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 16:05

Йәшәү көсө

Өс туған һеңлем һәм ҡустым бер - бер артлы үҙ иректәре менән яҡты донъяларҙы ташлап киткәс, шаңҡып ҡалынды. Ни өсөн шулай булды... Һайларлыҡ башҡа юл булманымы икән ни...Ни эшләп ваҡытында ныҡлап аралашманыҡ икән, бәлки улай ҙа булмаған булыр ине... Үкенестәр, үкенестәр телгәләй йөрәкте.

Өс туған һеңлем һәм ҡустым бер - бер артлы үҙ иректәре менән яҡты донъяларҙы ташлап киткәс, шаңҡып ҡалынды. Ни өсөн шулай булды... Һайларлыҡ башҡа юл булманымы икән ни...Ни эшләп ваҡытында ныҡлап аралашманыҡ икән, бәлки улай ҙа булмаған булыр ине... Үкенестәр, үкенестәр телгәләй йөрәкте.
Яҡындарын мәңгелек ҡайғыларға һалып, үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары бик йышайҙы.Уйлап ҡараһаң, донъя тыныс, һаулығың булһа, эше лә табыла. Йәшәгән урының оҡшамай, күңел тыныслығы юҡ икән, икенсе урынға күс. Хыяллан, тормошоңдо үҙгәрт!..
Сабыр ҡанаттарым һынып, бик төшөнкөлөккә бирелгәндә мин һәр саҡ көслө рухлы, ике бала менән оҙаҡ ваҡыт кешелә өйҙәш торған, аҙаҡ үҙенеке генә булғас ер өйөндә лә бәхетле була белгән, ебегән ун иргә алыштырғыһыҙ Ғәфифә әбейемде иҫкә төшөрәм. Иң ауыр ваҡыттарҙа ла уның башына үҙ-үҙенә ҡул һалыу уйы кереп тә ҡарамағандыр. Был хикәйәмде уға бағышлайым.
-Тор, нишләп ятаң? Үлгең килде мәллә?!
Әсәһенең йәшелле-күкле тауышына тертләп уянған Мәрйәм һикереп торҙо ла сатнап башы ауыртыуына түҙә алмай битараф ҡиәфәт менән кире ятты. Кисә генә әле еңеләйткән кеүек ине, бер ере лә ауыртмай, өшөтмәй, урамға ла сығып әйләнде.
Яҙғы ҡояш кескәй генә тәҙрә ишараты аша шаян нурҙары менән арбап алып сыҡты уны. Ҡулдарын артҡа ҡаушырған килеш башын юғары күтәреп, күҙҙәрен йомдо. Күңеле ниндәйҙер әйтеп аңлатып булмаҫтай шатлыҡ менән тулды. Ҡояш апай ҙа, уны аңлағандай, йылыҡас нурҙары менән йомарт иркәләне уны. Шулай тағы күпме баҫып торор ине, башы әйләнеүҙән ауа яҙып, әкрен генә сүгәләне. Хәлгенәһе юҡ шул, үлтереп ашағыһы ла килә. Кисә әсәһе әҙерәк бойҙай ҡатыш көрпә алып ҡайтты.”Аша, ағайың менән мин ашайым бит, һин дә аша.” – тип әсәһе орошоп та ҡараны, Мәрйәм ауыҙына ла алманы. Хәҙер ашағыһы килә.
Уның эргәһенә күрше малайы Талип килеп ултырҙы. Күп һөйләй ул, ялҡытып та бөтә. Мәрйәм ике ҡулы менән ҡолаҡтарын ҡапланы ла Талипҡа арты менән боролобораҡ сүгәләне. Һөйләшергә яратҡан кеше бының кеүек ишараны аңлай буламы ла иғтибар итә буламы.
-Ауырып бөттөңмө әле? Өйөгөҙҙө тағы һыу баҫтымы?.. Инәйем һеҙҙе йәлләп һөйләп ултырҙы...Ишеттеңме әле, Шакирйән үлде. Аяҡ-ҡулдары гөптәй шеш булған, бына шулай. Үҙем күрҙем.
Талиптың һуңғы хәбәре ныҡ тетрәтте кескәй ҡыҙҙы. Әле генә шатлыҡ бөркөп торған йөҙөн ҡара һөрөм ҡапланымы ни! Үлемдең нимә икәнен, үлгәс кеше бер ҡасан да башҡа күренмәйәсәген бик яҡшы белә ул. Ә Шакирйән шундай һәйбәт малай, үҙенән көлһәләр ҙә үсекмәй, ҡулындағы ашандыһын да гел бүлеп бирә Мәрйәмгә. Хәҙер ул юҡ, ти. Һөйләшмәйенсә оҙаҡ ҡына ултырҙылар. Һәр кем үҙ уйҙарына сумды...Тынлыҡты Талиптың:”Ана!”- тигән тауышы бүлде. Ғәйшә әбейҙең ергә ауышып бөткән ҡыйығының башында үҫеп ултырған алабутаны күреп ҡалған икән. Ризыҡ... Бер аҙ ышанмағандай текәлеп ҡарап торғандан һуң икәүләп бер юлы һикереп торҙолар ҙа кемуҙарҙан шунда табан йүгерҙеләр. Мәрйәмде әллә күпме ара ҡалдырып уҙып киткән Талип йәһәт кенә ҡыйыҡ башына менде лә алабутаны өҙөп, шатлығынан флаг кеүек һелтәй-һелтәй өйөнә табан йүгерҙе. Мәхрүм булып тороп ҡалған Мәрйәмдең эсе асығыуҙан өҙөлөп ауырта башланы. Ереккә барһа, тамаҡ ялғарлыҡ ризыҡ табылыр ине, хәле юҡ. Ҡыҙсыҡ тәнтерәкләп ауыл урамы буйлап атланы, Хисбулла олатайҙарға йыйыныуы. Әбейе әрләһә лә: «Һүҙ әйтмә балаға!»- тип кенә тора ул. Атай башҡа ағаһы Зарифтың олатаһы менән өләсәһе инде улар. Быныһын ҡайҙан ғына белһен инде Мәрйәм, йылы урынға йылан эйәләй, тағы шунда барҙы. Ҡапҡа эс яҡтан бикле ине. Терәтеп ҡуйылған түмәрҙе урынынан ҡуҙғатырлыҡ та түгел. Ҡыҙсыҡ аптырап ҡалманы, ҡапҡа башынан үтергә булды.
Күтәрмәлә ултырған Тимерйән ҡарт кет-кет көлөп бәләкәс кенә ҡыҙҙың ныҡышмал рәүештә ҡаршылыҡты еңергә тырышыуын күҙәтеп ултырҙы. Ҡапҡа башынан өлпәйеп торған сәс шәлкеме, шунан ҡыҙҙың тызырайған йөҙө күренә лә юғала. Ҡулдарына таянып, аяғын өҫкә һалырға итә лә хәле етмәй, кире ергә аунай. Шыңшып ултыра ла тағы үрмәләй башлай. Ниһайәт, мең бәлә менән ул ҡарт ҡаршыһына барып
баҫты. Тегеһе: “Йә, тәки килеп керҙеңме, йәмшек танау!”- тип икмәк киҫәге һондо.
Теше тешкә теймәй дер ҡалтыранып, Мәрйәм шым ғына тубыҡтан кисеп һыу түгеп йөрөгән әсәһен күҙәтте. Землянкаларына тағы һыу тулған, ағас һике менән типә-тиң. Ғәтифә апай өйрәнелгән хәрәкәттәр менән тештәрен ҡыҫып, бер ни өндәшмәй эшләне лә эшләне. Алланған ике бите буйлап аҡҡан әсе тир тәнде ҡысыттыра, һөртөргә лә форсат юҡ. Барыһына ла үҙе, ышаныр, таяныр кешеһе юҡ шул. Теләйһеңме- теләмәйһеңме, йәшәргә кәрәк, ике бала күҙенә ҡарап тора бит, иҫән генә булһындар. Бәләкәсе хәҙер инде ике аҙнанан артыҡ ауырый. Им-том иткән Сәрби әбей: “Шайтан эйәләшкән балаңа, ҡыуырға кәрәк,”- тигәс, кисә уйнап ҡайтып килгән бала өҫтөнә иҫкәрмәҫтән бер биҙрә һалҡын һыу ҡойҙо. Терт итеп ҡалды бала, ҡурҡышынан сүгәләй төштө лә кескәй генә ҡулдары менән башын ҡапланы.
Балаһын йәлләүҙән йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы үҙенең дә, белгәртмәне. Ҡатҡыл булһындар. Тормош аяуһыҙ, ебегәндәрҙе яратмай. Уйҙарына сумып һыуҙы түгеп тә бөтөрҙө Ғәтифә апай. Һикегә ултырып, ике ҡулы менән яулығын һыпырып төшөрҙө лә битен ҡапланы. Ниндәйҙер мәл үҙен йәлләүҙән йөрәге ҡыҫып-ҡыҫып алды. Иңдәре ҡалтырап-ҡалтырап киткән дә кеүек, әллә илай инде? Мәрйәм аптырап әсәһен күҙәтеп ултырҙы. Йәлләмәне, бик ҡаты шул уның әсәһе, ҡосаҡлап бер яратмаҫ, бер йылы һүҙ әйтмәҫ. Ана, күрше Ерек ауылында йәшәүсе ике туған апаһы Хәсбиямал да хатта уны нығыраҡ ярата кеүек. Бик ҡыйын булһа, шунда йүгерә Мәрйәм. Барып еткәнсе йүгерә. Үҙе яңғыҙ алты баланы ҡараусы Хәсбиямал апаһы уны һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршылай. Уларҙа рәхәт. Береһе бер тип әрләшмәй, тауыш та күтәрмәй. Балаларына:“Насибуллам!”, “Фатимам!” тип кенә өндәшә апаһы. Етенсе булып итәгенә ҡапланған баланы бер ҙә ҡыр типмәй, етмәһә, уның күңелен күрәм, типтер инде: “Һай ошо апайым бигерәк ҡаты, берҙән-бер ҡыҙын тындырмай бит,” – тип әсәһен ороша башлай. Ошоларҙы ишеткәс, эй рәхәт була Мәрйәмгә. Тамағын туйҙырып, һеңлеһе Фатима менән уйнап алыуға йән- фарман эҙләп әсәһе лә килеп етә...
Ярай, хәҙер ут яғам. Бөгөн калхуз мал һуя,эсәк йыуырға ҡуштылар, бәлки берәй нәмәһен беҙгә лә бирерҙәр. Хәҙер тор, ятма. Әле бер кем дә тормаған, ана ошо ҡурсаҡтарҙы ташлап китергә кәрәк, шунан ауырыуың да ҡасыр.
Аяғында саҡ баҫып торған балаһын етәкләп, яҙғы туң баҫыу буйлап сығып китте Ғәтифә апай. Эсенән генә доға уҡый, иҫке ойоҡ, ҡалдыҡ-боҫтоҡтан эшләнгән ҡурсаҡты ырғыта ла артабан атлай. Хәлдән тайған баланың аяҫтары йөрөмәҫ булғас, күтәреп алырға мәжбүр булды. Саҡ ҡайтып йығылдылар.
Һикегә ятыу менән былай ҙа уяулы-йоҡоло килгән Мәрйәмдең күҙҙәре үҙенән-үҙе йомолдо. Оҙаҡ йоҡланы ул. Уянып дер ҡалтыранып ята ла тағы ойоп китә...
-Иней, иней! Ә быныһын аҙағыраҡ бешерәбеҙме?- ағаһының шат тауышы ишетелә инде әллә? - Нурия, һин ҡан ашағаның бармы? Ә минең – бар! Ит кеүек бит ул, бигерәк тәмле.
Ысынлап та, ер өйгә ниндәйҙер тәмле еҫ таралған. Мәрйәм һикереп ултырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Әсәһе тимермейестә нимәлер ҡыҙҙыра, йөҙҙәре алһыуланып киткән, үҙе шат йылмая. Ишек янында яртылаш ҡан тулы тас тора. Эс майында бешерелгән ҡан ашағандан һуң хәл дә кереп китте. Ата-әсәһе үлеп ҡалғас, өс туған һеңлеһе Нурияны үҙҙәренә алып ҡайтҡандар икән. Ике ҡыҙ тиҙ уртаҡ тел таптылар,татыу ғына уйнанылар. Мәрйәм кеүек ауырыусылар ауылда күбәйгәндән-күбәйгәс, силсәүиттән духтыр килеп дарыу биреп китте, хәҙер ул ауырымай. Һуңынан, үҙе мединститут тамамлап врач булғас ҡына белде: малярия булған икән уны айҙан артыҡ йонсотҡан ауырыу. Ә бит үлеп ҡалыусылар ҙа булды.
Приютҡа ебәрергә әсәһе Нурияны алдан уҡ әҙерләй башланы: “Анта барһаң, быйма, бәлтә бирәләр. Хөкүмәт бабай ташламаҫ , кеше булырһың. ” Бер ни өндәшмәй шым ғына тыңлай Нурия, әллә ҡасан да булһа тыуған ауылын, таныш кешеләрен ташлап китәренә ышанмай ҙа ... Әммә ул көн килеп етте. Быға тиклем үҙ хәленә күнегеп, тыныс ҡына йөрөгән бала үҙен алырға килгәс, Ғәтифә апайға сат йәбеште: «Бармайым!.. Бармайым!.. Бирмә мине уларға, мин һине тыңлап ҡына торормон!» Мәрйәм үҙенән ике йәшкә өлкән ҡыҙға ҡарап торҙо ла: “Мин барам уның урынына. Барайыммы?..Барам,йәме, иней.” Ғәтифә апай аптырап китте, ни әйтергә лә белмәне. Ә Нурияны нисек кәрәк арбаға ултыртып алып китә башлағас, Мәрйәм һөйләнә-һөйләнә үкереп илай башланы: “Мин дә барам приютҡа, минең дә быйма , матур бәлтә кейгем килә...Һин мине барыбер яратмайһың, ебә-ә-әр мине!” Әсәһе уны ҡосаҡлап алды, үҙе күҙ йәштәренә тығылып: “Нурияның ярай бер кеме лә юҡ, һиңә мин бар бит. Үҙ баламды нишләп приютҡа ебәреп ултырайым. Һинһеҙ нишләйем мин, нимәгә йәшәйем?!”- тип һөйләнде.
Люциә Яхина
Читайте нас: