Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 11:10

Һанлы технологияларҙың файҙаһы

Республиканың Урман хужалығы министрлығында теле-радио коммуникациялар һәм бәйләнеш өлкәһендә алдынғы компанияларҙың береһе менән видеоконференция форматында кәңәшмә үтте.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Республиканың Урман хужалығы министрлығында теле-радио коммуникациялар һәм бәйләнеш өлкәһендә алдынғы компанияларҙың береһе менән видеоконференция форматында кәңәшмә үтте.
Унда урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин, урманды һаҡлау һәм яҡлау бүлеге начальнигы Динил Әхмәтов, Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге директоры Айрат Йосопов ҡатнашты.
Осрашыу барышында урман янғындарын, урман ҡануниәтен боҙғандарҙы асыҡлау, иҫкәртеү йүнәлешендә мәғлүмәт-һанлы технологияларҙы файҙаланыу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.
– Пилот проекты махсус видеокүҙәтеү һәм фото теркәү ҡорамалдарын файҙаланып, төтөн сыҡҡан һәм законһыҙ ағас ҡырҡҡан урындарҙы асыҡлауҙы күҙ уңында тота. Был сараларҙы файҙаланыу төтөн сыҡҡан урынды асыҡлау менән сара күреү, урынын билдәләү, көстәрҙе дөрөҫ ҡуйыуға булышлыҡ итәсәк, – ти урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин.
Әйткәндәй, "Экология" милли проекты сиктәрендә Башҡортостан 2019 йылдан "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проектында ҡатнаша. Быйылғы йылда урманды һаҡлау, ҡырҡылған һәм янған участкаларҙа урманды тергеҙеү маҡсаттары алғы планға ҡуйыла.
"Башҡортостан" (Р. Мусина)
Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан.
Читайте нас: