Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 13:36

Айыу майы ла һөртөрҙәр....

Кеҫәртке төнәтмәһе тәҡдим ителә.... аптекала!

Ошо арала «Росздравнадзор» инспекторҙары Мәскәүҙә бер шәхси аптеканы тикшергәндә шаҡ ҡата – һатыусы ауыҙын да ҡыйшайтмайынса коронавирус йоғоуҙан тулыһынса ҡурсалаған “тере һыу” һатып алырға тәҡдим итә. Был дауа – үле кеҫәрткеләрҙән әтмәләнгән спирт төнәтмәһе... Аптека хужаһы административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ, тип хәбәр ителде. Беҙҙең ҡармаҡҡа, ялған дарыу, алдыҡ дауа менән кәсеп итеүселәрҙе ҡатыраҡ язаға тарттырыу дөрөҫ булыр ине: сирҙән яфаланып, сараһыҙҙан юҡ-барға ла ышанырға әҙер кешеләрҙе алдау, сәләмәтлектәрен артабан ҡаҡшатыу – хоҡуҡ боҙоу ғына түгел, ысын мәғәнәһендә енәйәт!
Америка тикшереүселәре раҫлауынса, 2020 йылдың 3 айында донъяла 800 кеше үлә, 5,8 мең кеше сәләмәтлеген ныҡ ҡаҡшата – коронавирустан һаҡланам тип төрлө килешмәгән “дауа”ны үҙ белдектәре менән ҡулланған булалар... Интернетта төрлө “аҡыллы” кәңәштәр саманан тыш күп бит. Кемдер техник таҙартыу шыйыҡсалары менән “профилактика яһай”, кемдер саманан тыш күп һарымһаҡ йә витамин һоғона, хатта, һыйыр бәүеле һемереүселәр ҙә табылған!
Читайте нас: