Күптән һинең менән һөйләшкән юҡ,Ултыр әле, ултыр ҡаршыма.Һуңғы араларҙа йәнем өшөй,Төрлө уйҙар килә башыма.Бергә-бергә күпме юлдар үттек,Улдар бүләк иттем, ҡыҙ таптым.Ғәфү итә-итә арып бөткәнЯраларҙы бөгөн ҡуҙғаттың.Бер-беребеҙгә терәк булдыҡ микәнИкәүләшеп донъя көткәндә?!Бәхетле лә, бәхетһеҙ ҙә мәлдәрБарыһы ла ҡалыр үткәндә…Хәл итергә һиңә. Мин бит – бисә!Башың эймә! Әйт һин ир һүҙен!Өндәшмәйһең…Эстән уйлайһыңдыр:"Һин һәр ваҡыт түҙҙең! Түҙерһең!”Мин һәр ваҡыт түҙҙем.Инде хәҙерБисә һүҙен тыңла, булмаһа:Ғәфү ит һин мине наҙ күрмәһәң,Ғәфү ит һин ашым һуңлаһа…Ғәфү ит һин сабырлығым менәнБәхетеңә әгәр ҡуйһам бик.Кисермәһәм, бәлки китер инең,Кисергәнем өсөн ғәфү ит!..Автор: Зөлфиә Ханнанова.