Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 17:50

Мәктәптәрҙә санитар-эпидемиология талаптары үтәлешен махсус медицина инспекторҙары күҙәтәсәк

Был эшкә медицина университеты студенттары йәлеп ителә. Улар яңы уҡыу йылы башланыу менән эшкә тотона.

Был эшкә медицина университеты студенттары йәлеп ителә. Улар яңы уҡыу йылы башланыу менән эшкә тотона. Мәғариф өлкәһендәге яңы башланғыс менән республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров таныштырҙы. Ул "Милләт сәләмәтлеге - үҫеш нигеҙе" Бөтә Рәсәй форумында ҡатнашты.
Белгестәр фекеренсә, балалар күп осраҡта коронавирусты еңел үткәрә, сир билдәләре лә күренмәүе ихтимал. Әммә улар уҡытыусыларға сир йоҡторорға мөмкин. Мәктәптәрҙә вирус таралыу хәүефе юғары. “Башҡортостан башлығы күрһәтмәһе нигеҙендә, студент-медиктар иҫәбенән инспекторҙар туплайбыҙ. Улар социаль дистанция үтәлеше, битлек тәртибе һәм мәктәптәрҙе дезинфекциялау барышын контролдә тотасаҡ. Республикала ике меңдән ашыу мәктәп бар. Белем усаҡтарында коронавирус таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн ошондай сара күрелә”, - тип билдәләгән Андрей Назаров.
https://bash.news
Читайте нас: