Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 10:55

Музыка ҡоралдары килә

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты сиктәрендә Өфө сәнғәт училищеһы алты рояль һәм туғыҙ “Kawai” фортепианоһы алған.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
10 августа Өфө сәнғәт училищеһына алты рояль һәм туғыҙ “Kawai” фортепианоһын килтергәндәр.
Был хаҡта республиканың Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Был инструменттар ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты ярҙамында һатып алынған.
Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) директоры Лидия Воробьева хәбәр итеүенсә, пандемия менән бәйле барлыҡ сикләүҙәр бөтөрөлһә, инструменттарҙың презентацияһы ойоштороласаҡ. Әйткәндәй, һуңғараҡ белем биреү ойошмаһына тағы һигеҙ “Yamahа” инструменты килтерелергә тейеш.
"Башҡортостан"
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы.
Читайте нас: