Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 17:25

Өс ай элек кенә ҡатыны үлгән...

28 йәшлек ир етем булған. Ул бала сағын балалар йортонда үткәргән.

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда ҡот осҡос фажиғә булды: тотош ғаилә бәшмәк ашап ағыуланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алты йәшлек бала үлде. Уның атаһы һәм ике йәшлек ҡустыһы дауаханала.
Был хәл Әбйәлил районының Дауыт ауылында булды. Атай кеше ауыл янындағы урмандан бәшмәк йыйған һәм уны киске ашҡа ҡыҙҙырған. Төн уртаһында уға ҡыйын булып китә. Ә ҡыҙының үле кәүҙәһен тапҡас, “ашығыс ярҙам” саҡырта һала. Килеп еткән табиптар ир менән уның ике йәшлек улын иҫһеҙ килеш таба һәм дауаханаға алып китә һала. Әле улар Асҡар дауаханаһында реанимация бүлегендә. Уларҙы дауалауҙа Өфө токсикологтары ла ярҙам итә. Хәбәр итеүенсә, хәлдәре тотороҡланған.
Был хәл тураһында билдәле булғас та, күптәр, ә балаларҙың әсәһе ҡайҙа тигән һорау бирҙе. Баҡһаң, ғаиләлә яңыраҡ ҡына фажиғә булған. Өс ай элек әсәй кеше һәләк булған. “КП-Уфа” баҫмаһы был ғаиләнең әсе яҙмышын асыҡлаған.
28 йәшлек ир етем булған. Ул бала сағын балалар йортонда үткәргән. Үҫкәс, тыуған ауылында ҡалған һәм буласаҡ ҡатыны менән танышҡан. Улар өйләнешеп, ике балаға ғүмер биргән. Хакимиәттә уларға ике бүлмәле фатир биргәндәр, тик йәштәр эшләр өсөн Магнитогорск ҡалаһына күсергә ҡарар иткән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл май айында ҡатын йөрәк өйәнәгенән һәләк булған. Ир ике бәләкәй бала менән япа-яңғыҙ тороп ҡалған. Тик ул бирешмәгән, балалары менән тыуған ауылына ҡайтҡан.
Уларҙың ғаиләһе имен һаналған, бер ниндәй иҫәптә лә тормаған. Ғаилә башлығы бик эшсән, ниндәй эш килеп сыҡһа ла, шуға тотонған. Бөтәһе лә уны яҡшы атай һәм һәйбәт кеше тип һөйләй. Ул балаларын яратҡан һәм ҡулынан килгәнсә күңелдәрен күргән. Уны белгән кешеләр һөйләүенсә, әлбиттә, бәшмәк ашатҡан саҡта ул насар нимә тураһында уйламаған һәм балаларына зыян килтерергә теләмәгән.
Әлеге ваҡытта Белорет район-ара тәфтиш бүлеге “һаҡһыҙлыҡ буйынса үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Урынды ҡарап сыҡҡандар һәм тикшереү алып барыла.
Иҫ китмәле ҡурҡыныс осраҡлыҡ. Һәләк булған ҡыҙыҡайға бер нисә көн элек кенә алты йәш тулған булған. Яңы ғына ҡатынын юғалтҡан иргә балаһын да ерләргә тура киләсәк. Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм иргә ныҡлыҡ теләйбеҙ. Һәм тағы бер тапҡыр киҫәтәбеҙ: бәшмәк менән һаҡ булығыҙ. Танымайһығыҙ икән, йыймағыҙ. Ә бәләкәй балаларға уны ашатыу бөтөнләй тыйыла.
Фото: КП-Уфа.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: