Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 16:55

"ТОРАТАУ"ҘА РЕСПУБЛИКА АВГУСТ КӘҢӘШМӘҺЕ ҮТӘСӘК

21 август "Торатау" Конгресс-Холында республика август кәңәшмәһе үтәсәк.

21 август "Торатау" Конгресс-Холында республика август кәңәшмәһе үтәсәк. Быйылғы сараның темаһы - "Мәғарифтағы һанлы трансформация - традицион уҡытыуҙың перспективалары һәм яңы мөмкинлектәре".
Кәңәшмә сиктәрендә дискуссия майҙансыҡтары эшләйәсәк, унда уҡытыу процесында һанлы технологиялар ҡулланыу, дөйөм, өҫтәмә һәм һөнәри белем биреү системаларының үҫеш перспективалары, шул иҫәптән дистанцион уҡытыу ваҡытында алынған тәжрибәләрҙе ҡулланыу һәм камиллаштырыу, балаларға өҫтәмә белем биреүҙә технологияларҙы яңыртыу, дистанцион режимда уҡыусыларҙың психологик һаулығын, именлеген ҡайғыртыу, һөнәри урта белем биреүҙә үҫеш системаларындағы яңылыҡтар, Башҡортостанда билингваль һәм полилингваль уҡытыу шарттарында туған һәм дәүләт телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлау мәсьәләләре ҡараласаҡ.
Сарала Башҡортостан Республикаһының хөкүмәт органдары вәкилдәренең, "Юғары иҡтисад мәктәбе" Милли тикшереү университетының мәғарифты һанлы (цифровая) трансформациялау лабораторияһының әйҙәүсе экспертының, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советы рәйесенең, РФ Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән комитеты председателе урынбаҫарының һәм башҡа спикерҙарҙың сығыштары ҡаралған.
Дискуссия майҙансыҡтары онлайн-режимда үтә, ә кәңәшмәнең пленар ултырышы элеккесә форматта буласаҡ. Республика август кәңәшмәһе Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының ютубтағы каналында тура трансляцияла күрһәтеләсәк.
Миляуша Байзигитова
Читайте нас: