9 августа, киске ундар тирәһендә, Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 217-се километрында, Күмертау ҡалаһы янында ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән.
Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 34 йәшлек Мәләүез ҡалаһы кешеһе "Geely Emgrаnd" еңел автомобиленә идара итеп, йәйәүлеләр өсөн рөхсәт ителмәгән урындан сығып барған 41 йәшлек Дәүләкән районы кешеһен төкөй.
Үкенесле, йәйәүле авария урынында уҡ йән бирә. Әле был фажиғә буйынса тикшереү эше башланған һәм уның сәбәптәре асыҡлана.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Y-y-le--l-k-bul-an-